Рахима Мусина
Offline, последняя активность Сегодня 12:12:15 Android
Аскарово
(..)

3818

4791

28

?

?

друзья подписчики изменения скрывающие скрытые

Кого добавила в друзья и на кого подписалась Рахима Мусина. Новые подписчики.

Обновляем изменения в друзьях...



Для оперативного получения новой информации добавьте эту страницу в закладки. (На компьютере Ctrl+D)
Фотография Мусиной Рахимы Фотография Мусиной Рахимы Фотография Мусиной Рахимы Фотография Мусиной Рахимы Фотография Мусиной Рахимы Фотография Мусиной Рахимы Фотография Мусиной Рахимы

Открытые анкетные данные Мусиной Рахимы:


Упоминание Рахимы Мусиной в коментариях и постах


Их, үҙебеҙҙең алтын ҡуллы оҫтабикәләр!

Ҡарағыҙ әле, Әбйәлилдән Рәхимә апай Мусина шундай ҡупшы кейемдәр теккән, бәйләгән ейәнсәренең ҡурсағы өсөн! Күҙ теймәһен гүзәллек тыуҙырған оҫталарға!
Ссылка на источник
ҠАБАҠҠА ҒАШИҠ ИТТЕРӘМ 😋

Бөгөнгө постың геройы – ташҡабаҡ әфәнде тигән бул!
Оят булһа ла әйтәйем, тыква тигән йәшелсәне мин ошо йәшемә етеп тәүгә ашап ҡараным. Булһа ине ете диңгеҙ аръяғында үҫкән бер экзотика, ивет. Уны ҡасандыр үҙебеҙ ҙә үҫтерә торғайныҡ бит инде. Йәш саҡта, Шишмә районында йәшәгәндә, ҡәйнәм малға ашатырға огород тултырып сәсә ине. Ә үҙебеҙгә бешергәнен бер ҙә иҫләмәйем.

Беҙҙең ҡырыҫ климатлы Ҡырҙаста ул үҫмәгән микән, берәү ҙә сәсмәй торғайны. Ә районда үҫтереүселәр, моғайын, барҙыр, тик үҙем лично ундайҙарҙы белмәйем. Өйөбөҙгә күскәс, коллегамдан күреп, патиссон сәсеп ҡарағайным, яҡшы ғына уңыш бирҙе, тик тышын әрсеүе ҡыйын булғас, бешерергә йыбандым, ятып сереп бөттөләр.

Һуңғы йылдарҙа Ейәнсуралағы группалашым Розалия менән ватсаптан йыш аралашабыҙ, ул гел генә ҡабаҡ та ҡабаҡ тип һөйләгәс, быйыл мин дә сәсеп ҡараным, тик бер бөртөгө генә сығып һабаҡҡа үҫеп китте, әммә тәки емеш бирмәне.

Яңы йыл алдынан Ейәнсураға ҡунаҡҡа барыуым тураһында постарымды уҡып беләһегеҙ бит инде. Розалияның өйөнә ингәс тә бер бүлмәнең мөйөшөндә өйөлөп ятҡан ташҡабаҡтарға иғтибар иттем, хатта ярғылау өсөн махсус рәүештә өйҙә бер таҙа балта тота икән. «Килһәң, ҡабаҡҡа ғашиҡ иттерәм», - тип әйткән Розалия духовкала рукавта бешерелгәне менән һыйланы. Тел йоторлоҡ икән дәһә! Бөтә ингридиенттарҙың тәмен һеңдереп, тәмле генә ризыҡҡа әйләнә. Ярай, дуҫым күстәнәскә лә ҡабаҡ бирҙе. Мин берәүһен дүрт бүлә рукавта бешереп ашаттым. Ә бына был йәтешерәген фаршировать итеп ҡарағым килә 👇. Интернетта рецептар төрлө-төрлө – ҡайһыһын һайларға ла белмәйем. Һеҙ ҡабаҡ тултырғанығыҙ бармы ул? Комментарийҙа кәңәштәрегеҙҙе яҙһағыҙ ине ✍.

Ә кем минең кеүек бер ҡасан да ашап ҡарамаған – мотлаҡ бешерергә кәңәш итәм. «Пятерочка»ла һәр ваҡыт һатыуҙа була бит (тик улар тәмлеме-түгелме?). Үҙем иһә бынан һуң ҡабаҡтан өҙөлөмәйәсәкмен, алла бирһә. Розалия өй бройлерын ҡушып бешергәс, тәме күпкә насыщенный килеп сыҡҡайны, минең магазин тауығыныҡы уға етмәһә лә тәмле булды. Нисек бешерҙең тиһәгеҙ: ит, ҡабаҡ, картуф, кишер, һуған, һарымһыҡ киҫәктәрен яратҡан приправа, майонез, тоҙ, борос һалып болғап бер аҙ тотаһың да рукавҡа тултыраһың. Ауыҙын бәйләрҙән алда 4-5 киҫәк ауыл һыйыр майын (!) массаның өҫтөнә тош-тош һалып сығаһың. Күләмен сама менән алығыҙ.

Ә һеҙ ҡабаҡ үҫтерәһегеҙме? Унан ниндәй ризыҡтар әҙерләйһегеҙ? Секреттарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ әле. ✍

Рахима Мусина
Ссылка на источник
#Иман_нуры #ЙОМА
Ҡыйын булып китһә, “Йә Хоҙай, миңә ҡыйын, ярҙам итсе!” – тип Аллаһҡа өндәш.
Рәхәт булһа ла уға әйт: “Был ҡыуаныс өсөн рәхмәт һиңә, Хоҙайым!” – тиген.
Аптыранған саҡтарыңда ла: “Мин белмәйем был эштең ахыры нисек булырын, һин генә беләһең, һиңә генә ышанам, минең өсөн нисек яҡшы була – шулай тамамла инде, Аллаһым”, - тип уға тапшыр. Яҡшы килеп сыҡһа – ҡыуан, сыҡмаһа – ҡайғырма, тимәк, һинең өсөн шулай яҡшы булған. Уныһын аҙаҡ, бер аҙ ваҡыт үткәс, үҙең дә күрерһең.

Балаң йә кемдер өсөн борсолһаң да: “Мин фәлән кеше өсөн хафаланам, Аллаһым, уға ярҙам итеп кенә ебәр инде”, - тип һора. Шулай көнөңдө тотош доғаға әйләндер. Был кемгәлер буш хәбәр һөйләп ултырыуға ҡарағанда күпкә яҡшы. Ҡайғылы кеше шатлығыңды, бәхетле кеше борсолоуҙарыңды аңламаҫ. Хоҙай аңлар, ярҙам да итер. Уға ғына таян.
Рәхимә Мусина .
https://vk.com/beauty_blog19?w=wall-59192618_18805
Ссылка на источник
Йәйҙе "ҡаҡлай" башланығыҙмы әле? 🍓🍏🍎

Әбйәлил районынан Рәхимә Мусина
📝 Рецебын яҙыуҙы һорайҙар. Әллә, ҡаҡтың рецебы була микән ул?
Мин үҙемә оҡшағанса шәкәр өҫтәп, емеште блендер менән иҙәм дә, ошо махсус батмустарҙа сушилкала 3-4 сәғәт киптерәм һәм артбан ҡояшлы ергә һалып йә элеп киптереп бөтөп ҡуям.
Башҡа төрлө батмуста эшләһәң йәбешмәһен өсөн майлар кәрәк. Ҡалыныраҡ булған һайын ҡаҡ сәйнәмле һәм тәмлерәк була.

🤔Ә һеҙ ҡаҡты нисек эшләйһегеҙ?
Ссылка на источник
#ОлоларАҡылы
Яҡындарың менән аралашырға ваҡыт таба белергә кәрәк. Ул үҙенән-үҙе табылмаясаҡ. Ваҡыт – ҡыҙыҡ нәмә бит ул, көндәлек ығы-зығы, эш һәм көнкүреш мәшәҡәттәре араһында юғала ла ҡуя. Икенсе яҡтан уйлаһаң, ваҡыт мәңгелек, ә кеше – юҡ. Шуға ваҡытты ике яҡҡа шылдыра һәм унда ҡәҙерле йәндәр менән аралашыу мәлдәрен ҡыҫтыра белергә кәрәк.

Хәҙер телефон заманы бит, шылтыратып ебәр, хәл белеш. Сәйгә саҡыр. Кафе-мафела осраш. Ҡайҙалыр йөрөй һалып килергә тәҡдим ит. Тәү ҡарашҡа ғына бындай минуттар мөһим түгел кеүек. Ысынында иһә тормоштоң ҡиммәте шунда: яҡын кешеләрең менән дуҫ-татыу булыуҙа, аралашып йәшәүҙә. Уларҙы юғалтҡас ҡына ниңә заманында аралашырға ваҡыт тапманым икән тип үкенеп ултырыуҙары ауыр...
Рәхимә Мусина
Ссылка на источник
📣 А у нас снова хорошие новости!

🎉 Телеканал "Салям" возглавил топ-20 региональных телеканалов из городов-миллионников по вовлеченности в “Одноклассниках” в январе 2023 года!

1⃣ Салям (Уфа) - 11.25%
2⃣ 8 канал (Красноярск) - 6.17%
3⃣ ОТС (Новосибирск) - 4.33%
4⃣ “360" - 4.08%
5⃣ ГТРК "Воронеж" - 3.93%

🙏 Благодарим всех, кто причастен к этой работе: редакторов Рахиму Мусину, Эльвиру Раянову, а также всю команду телеканала "Салям"! И конечно, наших дорогих подписчиков, без вас ничего бы не было!

☝ Кстати, если вас, наши дорогие и любимые подписчики, до сих пор нет у нас в Одноклассниках, срочно добавляйтесь по ссылке ниже!

#телеканалсалям
Ссылка на источник
🎉 Бөгөн "Сәләм" телеканалының социаль селтәрҙәре администраторы Рәхимә Мусина тыуған көнөн билдәләй.

Белеме буйынса филолог һәм психолог, һөнәре буйынса уҡытыусы, журналист, китапханасы, йөрәк ҡушыуы буйынса яҙыусы, рәссам, ҡул оҫтаһы һәм әүҙем блогер ул Рәхимә Мөхитдин ҡыҙы. Уның постарын бик күптәр яратып уҡый, битләүенә күсереп ала, хатта айырым китап итеп баҫтырыуын һорай.

"Сәләм" телеканалының ВКонтакте һәм Одноклассники селтәрҙәрендә Рәсәй буйынса иң яҡшылар рәтенә сығыуы ла күп осраҡта Рәхимә Мусинаның тырышлығына бәйле.

Хеҙмәттәшебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади үрҙәр теләйбеҙ!

#телеканалсалям
Ссылка на источник
Һеҙ әле ни нәмәгә телефонығыҙҙы тотоп ҡырын тәгәрәп киттегеҙ? Эйе, был донъяла ниҙәр бар икәнен ҡараштырырға.
Ә ҡайҙан ҡараштыраһығыҙ? Эйе инде, йә яратҡан төркөмөгөҙҙән, йә диуары аша үҙен хөрмәт иткән аныҡ бер дуҫығыҙҙан.
Ииий, шул дуҫ тигәнегеҙ һеҙҙең алда шәп булып күренәм тип, ниндәй генә постар ҡуймай, кемде генә һүкмәй, үҙен нисек кенә маҡтамай. Күңел ҡиммәттәре баҙығыраҡ булған һәр кемде, белер-белмәҫтән, бәлки белә-күрә, шул үҙ диуарында, "Эйе шул, һин ҡалай дөрөҫ әйтәһең, һин батыр, улар бахыр," тип әйттерер өсөн тырыша битләү хужаһы. Боғорлатҡан һүҙ бутҡаһын тәмләп тороп ашаған ғәйбәтселәр табынына оҡшап китә был "Белинский" диуары.
Әлдә шунда ҡунаҡ түгелмен, күҙҙе йыртып яңылыштан килеп ингәнен уҡып та, ҡоҫҡо килә.
Ә даими ҡунаҡ булған яҡты төркөмдәрем, яҡты күңелле дуҫтарым бар минең. Эй, рәхәтләнеп гәпләшеп алабыҙ шунда.
Хужалары ла ЫСЫН аҡыллы, диңгеҙ төптәренә сумып ынйы-мәрйен йыя, таш-ҡаялар аҡтарып иң ҡиммәтле аҫылташтарҙы дуҫтарына тәҡдим итә улар. Күңел һандығы нимә менән тулы, һәр кемебеҙ ҙә шуның менән бүлешә бит инде.
Гүзәл Ситдыҡова апай алып барған " Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөн шул тиклем хөрмәт итәм. Админдары ла береһенән-береһе шәп ҡыҙҙар. Рәхимә Мусина алып барған "Сәләм телеканалы" төркөмө, "Зөһрә йондоҙ" төркөмөндә маҙырап ҡунаҡ булып сығам. Миләүшә Ҡаһармановала сәпсим әсир булып ултырам. Күңелемә шул тиклем ауаздаш булған, инеп илһам да, ял да, дауа ла алған Зәкиә Мәжитова исемле дуҫымды һағындым әле. Мынау болғаҡ хәлдәрҙә, ысыҡтай саф күңел бөтөнлөгөн дөрөҫ кенә һаҡлап, әлегә төпкөлдә, сөңгөлдә ул. Һағындырҙы үҙе. Гөлнара Хәлфетдиноваға инеп үҙем тойоп, кисереп тә телем етмәгән шиғриәтенә хайран ғашиҡ булып тоҡанып китәм.
https://vk.com/naturesciencevk ошо бер төркөмдөң мәғлүмәттәре ҡыҙыҡлығына, админдың да, унда яҙышҡан кешеләрҙең дә тыйнаҡ йор һүҙлелегенә һәм мәргәнлегенә кинәнеп, байып сығам. Тәбиғәттәге ғәжәйеп йән эйәләрен күҙәтеп, уларҙан өйрәнеп кенә йәшәй белһәксе...
Эйе, мәрйен тирер, аҫылташтар сүпләр дарманым юҡ минең.
Был ҡурҡыныс мәшхәрҙә изгелек, яҡшылыҡ хаҡында ғына уйлап, ташып торған ялған яңылыҡтар дарьяһында үҙем һәм дуҫтарым өсөн ирен сылатыр ысыҡтай саф тамсы булыр көстән яҙҙыра күрмә, Илаһым...
Ссылка на источник
— Йәш саҡта үҙеңде был донъяға мәңгелеккә килгән кеүек тояһың. Тормош бөтмәй-төкәнмәй китеп тик барыр кеүек. Ҡартлыҡ килеп етерен дә, яйлап бирешә башлаясағыңды ла уйлай белмәйһең... Балалар ҙа күҙ асып йомғансы үҫеп тарала, ә йәш саҡта улар гел шулай бәләкәй булыр, шатлыҡтары ла, мәшәҡәттәре лә мәңге бөтмәҫ кеүек тойола... Мәңге ваҡыт етмәҫ, мәңге аҡса етмәҫ, ә һаулыҡ, көс-дәрт ташып торор кеүек була.

Ысынында иһә бөтәһе лә йырҙағыса: “...бер ваҡыт ҡына”. Уның шулай икәнен ҡасандыр ололар беҙгә аңлатырға тырышҡан, ә беҙ аңламағанбыҙ. Хәҙер үҙебеҙ һеҙгә аңлатырға тырышабыҙ – һеҙ аңламайһығыҙ. Сөнки кеше бөтә нәмәнең дә бер ваҡыт ҡына икәнен ул ваҡыт үтеп киткәс кенә белә... Тормоштоң ҡануны шулай.

Рәхимә Мусина
Ссылка на источник
Рәхимә Мусина диуарынан:
Юлыҡты бит апайығыҙ тағы бер шөғөлгә... Үлән сәйе яһайбыҙ! Баҡсамда бер йәш япраҡ ҡалманы... 😆 Бер-ике йыл элек боланутынан (иван-чай) ферментация юлы менән эшләнгән сәй алып эсеп ҡарағас, тәмен яратмай, "был минеке түгел" тигәйнем. Быйыл, берәүҙән ишетеп, ҡарағат менән ҡурай еләге япрағынан үҙем яһап ҡараным да... үлән сәйенә ғашиҡ булдым. Әле эшләгән ыңғайы бик тәмле! Еҫе тиһәң ана инде: әскелтем генә еләк-емеш, кәнфит еҫтәре килә! Ютубтың блогерҙары: "Үлән сәйе вино кеүек, ултыра-ултыра тәмләнә", - тигәстәре, ҡышҡылыҡҡа өмөттәр вапшы ҙууур! 😄

П.С. Сынаяҡта — гранулированный ҡурай еләгенең сәйе (уныһы һулдағы һауытта, ә уңда — крупнолистовой ҡарағат сәйе). Сиратта — сейә япраҡтары... унан еләк... алма...
Рахима
Ссылка на источник
МУЙЫЛЛЫ ТАЛҠАНМЫ, ӘЛЛӘ ТАЛҠАНЛЫ МУЙЫЛМЫ?

Былтыр муйыл емерелеп уңды. Шулай булһа ла йыйырға йыбандырҙы. Сөнки, яумағас, бигерәк ыуаҡ, етмәһә ныҡ ҡортло ине. Рәйлә апайым менән Ҡырҙаста бер көн сығып йыйҙыҡ та, иртәгәһен барһаҡ та, емештәренә көсө етмәй эйелеп ултырған нәмәне лә йыйғы килмәй ҡайтыҡ та киттек. "Күңелһеҙ быйыл муйыл", - тинек тә. Шуға үкенә биреп ултырам әле бөгөн. Эш итһәң, муйыллы талҡан (талҡанлы муйыл?) бигерәк тәмле икән дәһә! Көн дә ашаһам да ялҡмаҫ инем. Быйыл ялҡауланмай ғына йыйыр инем. Әгәр булһа... Муйыл ун ике йылға бер уңа тигән булалар бит. Бәлки, дөрөҫтөр: 2009 йылда ныҡ уңғайны һәм бына былтыр.

Минекенең рецебы: 400 грамм талҡанға ике тапҡыр күберәк муйыл (мясорубканан 4 тапҡыр үткәрҙем) , 100 грамм тирәһе һыйыр майы, 100 мл һөт (муйыл шыйыҡ булһа, бәлки, һөт кәрәкмәйҙер), сама менән шәкәр һәм тоҙ ҡуштым. Муйылы күберәк булғас, талҡанлы муйыл тип әйтеү дөрөҫөрәк микән?

Рахима Мусина
Ссылка на источник
🍒🍓🍒 Йәй!!! Телдә кәнфит төҫлө әйләндереп, тәменә кинәнә торған һүҙ!🍬🍭 Мең төрлө хуш еҫтәр менән аңҡыған һүҙ! 🌸🌼Шундай ҙур, сикһеҙ, ҡоштай һайрап, шишмәләй гөрләп, ҡояштай балҡып торған һүҙ! 🌈🌞

🍉🍇🍓Оҙооон өс ай – үҙе бер ғүмер! Йәйеп ебәр ҙә тәгәрә! Көндәрҙе муйынсаҡ итеп теҙ ҙә һәр береһен һыйпап, ҡәҙерләп кенә һана: 92 көн! Ҡайһылай күп ул, ә көндәр оҙон, әллә күпме нәмәгә өлгөрөргә була. Ҡоштар һайрауын тыңла, ялан сәскәләренә һоҡлан, еләк, бәшмәк йый, иртәнге ысыҡты кис, урманда йөрө, бал еҫе аңҡытҡан һауаны һула, ямғыр аҫтында тор, йәйғор баҫтыр, һыуҙа йөҙ, ҡояшта ҡыҙын, баҡсала сәскә, емеш, йәшелсә үҫтер, ялға ҡайтҡан балаларыңды, ейәндәреңде һыйла. Һәр бер көндө ҡыуаныс менән генә үткәр!
Рахима Мусина
Ссылка на источник
ЙЫУАЛЫ ЙЫУАСА БЕШЕРҘЕМ ӘЛЕ

Эргәләге урмандан йыуа йыйып алып ҡайттым да, быны нимиштәтергә икән тип аптырап ултыра биргәс, башымда һорау тыуҙы: беҙ яратҡан "йыуаса" шул "йыуа"нан килеп сыҡманымы икән тип? Шулай ҡапыл йыуанан йыуаса бешереп ташланым әле!

Ҡыҙыҡһынһағыҙ — өйрәтәм: өс йыуаса өсөн табаҡҡа 300 грамм он иләйбеҙ, тоҙ болғайбыҙ ҙа яртыһына 0,5 стакан самаһы һалҡын һыу, икенсеһенә тағы шул тиклем ҡайнар һыу ҡойоп, башта айырым-айырым һәм аҙаҡ икеһен ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ул һыуытҡыста 10-20 минут ял иткәнсе йыуаны таҙартып, йыуып, ваҡ итеп турайбыҙ.

Ҡамырҙы өс өлөшкә бүлеп, ярты см ҡалынлығында йәйгәс, өҫтөнә көнбағыш майы һөртөп, бер аҙ тоҙ һәм йыуаны тигеҙләп һибәбеҙ һәм йәймәбеҙҙе рулет итеп төрәбеҙ. Һәр рулетты тағы ҡусҡар итеп төрөп сыҡҡас, туҡмас таяғы менән йыуаса рәүешенә килтереп йәйәбеҙ. Табаға шыйыҡ май ҡойоп, уртаса утта ике яғын әйләндереп, "золотистая корочка"ға тиклем ҡыҙҙырабыҙ. Табаны ҡапҡас менән ябып торһаң һәйбәтерәк бешә. Бик тәмле ҡатлаулы (слоеный) йыуалы йыуаса килеп сыға.

Быны минең элек тә йәшел һуған менән бешергәнем бар. Ҡытай лепешкалары тип атала ул интернетта. Ҡытайса, һуған менән йомшағыраҡ була булыуын, әммә йыуалыһы беҙҙеңсә, башҡортса килеп сыҡты, бала саҡ тәмәйтеп тора ине. Их, иртәгә тағы бешерәм!

Рахима Мусина
Ссылка на источник
Рахима Мусина

ЙЫУАЛЫ ЙЫУАСА БЕШЕРҘЕМ ӘЛЕ

Эргәләге урмандан йыуа йыйып алып ҡайттым да, быны нимиштәтергә икән тип аптырап ултыра биргәс, башымда һорау тыуҙы: беҙ яратҡан "йыуаса" шул "йыуа"нан килеп сыҡманымы икән тип? Шулай ҡапыл йыуанан йыуаса бешереп ташланым әле!

Ҡыҙыҡһынһағыҙ — өйрәтәм: өс йыуаса өсөн табаҡҡа 300 грамм он иләйбеҙ, тоҙ болғайбыҙ ҙа яртыһына 0,5 стакан самаһы һалҡын һыу, икенсеһенә тағы шул тиклем ҡайнар һыу ҡойоп, башта айырым-айырым һәм аҙаҡ икеһен ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ул һыуытҡыста 10-20 минут ял иткәнсе йыуаны таҙартып, йыуып, ваҡ итеп турайбыҙ.

Ҡамырҙы өс өлөшкә бүлеп, ярты см ҡалынлығында йәйгәс, өҫтөнә көнбағыш майы һөртөп, бер аҙ тоҙ һәм йыуаны тигеҙләп һибәбеҙ һәм йәймәбеҙҙе рулет итеп төрәбеҙ. Һәр рулетты тағы ҡусҡар итеп төрөп сыҡҡас, туҡмас таяғы менән йыуаса рәүешенә килтереп йәйәбеҙ. Табаға шыйыҡ май ҡойоп, уртаса утта ике яғын әйләндереп, "золотистая корочка"ға тиклем ҡыҙҙырабыҙ. Табаны ҡапҡас менән ябып торһаң һәйбәтерәк бешә. Бик тәмле ҡатлаулы (слоеный) йыуалы йыуаса килеп сыға.

Быны минең элек тә йәшел һуған менән бешергәнем бар. Ҡытай лепешкалары тип атала ул интернетта. Ҡытайса, һуған менән йомшағыраҡ була булыуын, әммә йыуалыһы беҙҙеңсә, башҡортса килеп сыҡты, бала саҡ тәмәйтеп тора ине. Их, иртәгә тағы бешерәм! 😄
Ссылка на источник
Рахима Мусина диуарынан:

Интернетта күрә лә эшләп ҡарарға күптән ҡыҙыға инем. Тәмле килеп сыҡты былай. Бәлки, һеҙҙә лә ундай ниәт барҙыр тип, тәжрибәм менән уртаҡлашайым әле 😀 Һимеҙерәк, ҙурыраҡ скумбрияларҙы һайлағыҙ.

Тоҙлоҡ өсөн (ике скумбрия иҫәбенән) : 1.5 литр һыу, өс аш ҡалағы тоҙ, 1.5 аш ҡалағы шәкәр, ике аш ҡалағы ҡара сәй, ике аш ҡалағы өйөп һуған ҡабығы кәрәк. Ыҫ тәме бирһен тиһәң, магазиндың "Жидкий дым"ын өҫтәр кәрәк.

Башта тоҙлоҡ әҙерләйбеҙ. Кәстрүлгә һыу, тоҙ, шәкәр, ҡоро сәй, һәйбәтләп йыуылған һуған ҡабығы һалып ҡайнатабыҙ. Һыуығас — һөҙәбеҙ. Артабан балыҡты таҙартып, ҡойроғо менән башын ҡырҡабыҙ. Балыҡты эмалле йәки быяла һауытҡа һалабыҙ ҙа тоҙлоҡ ҡоябыҙ. Ҡапҡасын ябып өс көнгә бүлмәлә ҡалдырабыҙ. Көн дә иртән, кис балыҡты әйләндерәбеҙ. Өс көн үткәс балыҡты тоҙлоғонан алып һыуҙа сайҡатып үҫемлек майы менән майлайбыҙ. Һаҡлар өсөн пергамент ҡағыҙына төрөп һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Ссылка на источник
Үргә нығытылған поста Зөһрә Ҡотлогилдина әхирәттәре аша төркөмдө даими күҙәтеп, комментарийҙарығыҙҙы уҡып бара тигәйнек. Шуны раҫлап бөгөн шағирәнән хат килеп тәштө.

* * *
Һаумыһығыҙ, шиғриәтте, минең ижадты яратҡан әҙәбиәт һөйөүселәр!
Иң ҙур рәхмәтем — Рәхимә Мусинаға. Ул шиғырҙарымды һеҙҙең иғтибарға еткереп бара. Һәр яңы биргән шиғырҙы уҡып, үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе яҙып ебәргән уҡыусыларға рәхмәт. Хәҙер кешеләр шиғыр уҡымай, тигәндәрен ишеткәнем бар. Бик тә уҡыйҙар икән дәбаһа. Бер шиғырҙы 100-гә яҡын кеше уҡып, хатта күсереп ала икән. Шиғырҙарымды компьютерҙа баҫып, Рәхимәгә ебәреп торған Гөлфирәгә рәхмәтлемен. Мин ғүмер буйына эшләгән «Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәре ул.

Һеҙ яҙған комментарийҙарҙы миңә курсташым, «Киске Өфө» гәзите журналисы әхирәтем Фәүзиә Иҙелбаева уҡып ишеттереп бара. Уға ла рәхмәтлемен. Йыш ҡына бер үк исем-фамилиялар осрай. Мин белгәндәре араһынан Һәҙиәне әйтер инем. Студент сағында уҡ уның «Көртмәле» тигән бик матур шиғыры бар ине. Йыр һорап торған был шиғырға көй ҙә яҙылғайны, буғай. Уны, иҫләүемсә, Роза Аккучукова йырлап та йөрөнө шикелле. Бик хисле, моңло Бөрйән ҡыҙы Һәҙиә, ниңә һин шиғриәттән алыҫлаштың?

...Вәғәҙә иткәнсә, яңы шиғырҙарымды һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм. Уны Рәхимә тотошлайы менән бирмәҫ, әлбиттә, берәм-берәм генә таныштыра барыр. Һеҙҙең фекерҙәрегеҙ беҙҙе илһамландыра, тағы ла яҙырға дәртләндерә. Гел генә яҙылмай ҙа улар. Бер мәл булып ала ла, шунан тағы туҡтап ҡала. Ҡана, шиғыр яҙып алайым әле, тип кенә яҙып булмай шул. Миңә ҡалһа, ул күктән төшкән бүләк. Бер миҫал килтереп киткем килә.

Бер көнө нишләптер ауылдағы ике өләсәйемде лә иҫемә төшөрҙөм дә икеһенә лә арнап шиғыр яҙҙым. Әсәйемдең әсәһе – Нәғимә, атайымдың әсәһе – Мәрхәбә. Еңел генә яҙылды ул шиғырҙар. Ауылдағы тағы бер инәйгә – Мөхип инәйгә лә арнап яҙҙым. Ул үҙе менән һаулыҡ һорашҡан һәр кешегә «рәхмәт төшкөрө» тип ҡала торғайны. Аҙаҡ белеүемсә, ул көн Өләсәйҙәр көнө булған икән. Был хаҡта мин белмәй инем. Шунан әйтмәй ҡара инде юғары көстәр юҡ тип... Ниңә тап шул көндө генә улар һағындырып иҫкә төшкән? Үҙҙәре хаҡында яҙырға ҡулға ҡәләм алдырған?..

Ижадта бындай мөғжизәләр күп ул. Их, бынау сир булмаһа, осрашып һөйләшер, ҙур залдарҙа кисәләр үткәрер инек, тип уйлап ҡуяһың. Элекке тормош һағындырып китә. Рәхәтләнеп театрҙарға, кисәләргә, концерттарға йөрөй инек. Юбилейҙар ҙа шып-шым ғына үтә лә китә. Йыназаларға ла кешеләр барырға ҡурҡа хәҙер. Шундай саҡта һеҙҙең кеүек ихлас уҡыусылар булыуы ҡыуандыра. Әл дә шундай бәйләнеш өҙөлмәй әле.

Рәхмәт һеҙгә! Иҫәнлектә-һаулыҡта осрашырға яҙһын.
Cәләм менән Зөһрә Ҡотлогилдина.
8.11. 2021
Ссылка на источник
☀ Ғүмер уҙған һайын үҙеңдең эске донъяңда, күңелең түрендә нимәләр һаҡланыуына иғтибарлыраҡ була башлайһың.

Был ҡәҙерле урында тик иң затлы, иң һиммәтле иҫтәлектәрҙе, иң йылы хис-тойғоларҙы ғына һаҡлау теләге тыуа.

✅ Унда үпкә, асыу, үс кеүек бер ниндәй ҙә сүп-сар булмаһын тиһең...
✅Яһалмалыҡты, ялғанды ҡабул итмәй башлайһың...
✅ Берәүҙе аптыратырға ла, көнләштерергә лә тырышмайһың...
✅ Сит-яттарҙыҡына ла ҡыҙыҡмайһың...
✅ Һан артынан ҡыумайһың...
✅Һиңә ҡыуанып тормаған урындарға барырға ынтылмайһың, ябыҡ ишектәрҙе шаҡымайһың...
✅Һалҡын ҡосаҡтарға һыйынмайһың, үҙең дә ҡоласыңды бөтәһенә лә йәймәйһең...
✅Булмаҫтай хәлдәрҙе, килмәҫ кешеләрҙе көтмәйһең...
Бары сафлыҡ һәм ябайлыҡты ғына баһалайһың...

Шулай ҡатмарлыҡтарһыҙ, шаштырыуҙарһыҙ, ябай ғына, еңел генә итеп йәшәге килә.

✍🏻 Рәхимә Мусина.
Ссылка на источник
Был ағайҙарҙан фәһем алырлыҡ!

Рәхимә Мусина тигән апайҙың Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәүсе физик мөмкинлектәре сикләнгән ағалы-ҡустылы Фәиз, Рафиҡ һәм Рәфис Ҡунаҡҡоловтар тураһында яҙмаһын "Йәшлек"тең 27-се һанында сығарҙыҡ һәм бөгөн сайтҡа һалдыҡ.

"Бөгөн Ҡунаҡҡоловтарҙың яҙмышы өсөн борсолоп йөрөүсе ауыл клубы мөдире Идиә Ғәлимова уларҙың ҡышҡа нисек утын әҙерләүҙәре тураһында видео төшөрөп ебәрҙе. Бына шулай йәшәгән кешеләр бар арабыҙҙа. Инвалид коляскаһында ултырған килеш эшләйҙәр барыһын да. Хатта өй һалып сыҡҡандар. Фәһем алығыҙ, кешеләр!" тигән ул.

Дауамы - сайтта. Унда ағайҙарға ярҙам итеү юлы алымы ла күрһәтелгән.

Видео авторы: Идиә Ғәлимова.
Ссылка на источник
Өс туған — өс таған
Әбйәлил районы Йәнекәй ауылында үткән ауылдаштар байрамында урам буйлап атлаған ҡунаҡтарҙың иғтибарын ғәҙәти булмаған бер күренеш үҙенә тартты. Бер яңы йорттоң ҡапҡаһы алдында өс ир-егет инвалид коляскаларында теҙелеп кенә ултырып байрам барышын күҙәтәләр ине. Төҫ-баштарына ҡарап, уларҙың ағайлы-ҡустылы икәнен сырамытырға була ине. Сараны алып барыусы Йәнекәй клубы мөдире Идиә Ғәлимова халыҡты бер минутҡа ғына улар янында туҡталырға һораны. Арабыҙҙа башҡаланан ҡунаҡтар, билдәле яҡташтар, хатта ҡоролтай депутаты ла бар ине. Бөтәһе лә, моғайын, башта минең кеүек уйлағандыр: хәҙер Идиә Миҙхәт ҡыҙы ағай-энеләрҙең аяныслы яҙмышын һөйләп, йә махсус интернатҡа урынлаштырырға, йә шифаханаға путевка юлларға ярҙам итергә һорар тип. Әммә ул көтөлмәгән һүҙҙәр әйтте: “Кешеләр, ошо егеттәрҙән үрнәк алығыҙ! – тине. - Бала саҡтан физик мөмкинлектәре сикләнгән, коляска ярҙамында ғына йөрөй алған бер туған Ҡунаҡҡоловтар, бер ҡайҙан ярҙам һорамай, ярты йыл эсендә бына ошо йортто үҙҙәре төҙөп сыҡтылар! Әле бына уртансылары Рафиҡ кәләш алып ебәргәс, ҡапҡа эстәрендә Фәиз менән Рәфискә тип тағы бер өй башланылар. Ҡунаҡҡоловтар эсмәй, тартмай, ҡулдары эш белә, өсөһө лә бынамын тигән гармунсылар. Улар тураһында һөйләгеҙ, яҙығыҙ: әйҙә, оят булһын алты ағзаһы теүәл булып та, эскелеккә бирелеп, бер ҡайҙа ла эшләмәй, ғаилә ҡормай, ата-әсәһенең елкәһен кимереп ятҡан, тормошҡа зарланыуҙан башҡаны белмәгән әзмәүерҙәй һау ирҙәргә...”
Анау сама ят кешеләр алдында үҙҙәрен уңайһыҙ тойған коляскалағы ағай-энеләр, йөҙҙәрен йәшереп, һөйләшеүҙән дә, мәҙәниәт йорто музыканты тәҡдим иткән гармундан да баш тартһалар ҙа, аулаҡ тороп ҡалғас, һүҙгә әүәҫ кенә булып сыҡтылар. Халыҡ ағымы Ҡунаҡҡоловтарға маҡтау һүҙҙәре әйтеп, ҡул сабып, һоҡланыуын белдерҙе лә ары атланы. Ә мин, хәбәрсе кеше, бындай үҙенсәлекле осраҡ тураһында ентекләберәк һорашмайынса китә алманым.
50 йәштәге Фәиз, 45 йәшлек Рафиҡ һәм унан өс йәшкә кесе Рәфис – күп балалы Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһендә иҫән-һау малайҙар булып тыуғандар. Бөтә башҡа балалар кеүек 7 йәштә уҡырға барғандар, тик башланғыс мәктәпте тамамлауға ниндәйҙер генетик сир (үҙҙәре диагнозды белмәйбеҙ тинеләр) өсөһөн дә бер-бер артлы аяҡтан йыға. Улар Йылайырҙа инвалидтар өсөн махсус интернатта уҡыйҙар һәм аҙаҡ тыуған ауылдарына ҡайтып, ата-әсәһе менән йәшәйҙәр. Ололар бер-бер артлы вафат булғас, иҫке генә өйҙә өсәүләп ҡалалар. Тора-бара ул йәшәргә эшкинмәй башлағас, Ҡунаҡҡоловтар буш торған күрше йортҡа күсеп, үҙҙәренә яңы өй һалырға тәүәккәлләйҙәр һәм өс йыл элек был теләктәрен бойомға ашыралар.
“Әйттеләр бит инде, беҙ эсмәйбеҙ ҙә, тартмайбыҙ ҙа. Өсөбөҙгә лә пенсия сыға. Аҡсаны юҡ-барға туҙҙырмай йыйып барғайныҡ, шуға төҙөлөш материалдары алдыҡ та, кеше яллап эшләттек. Шунда күмәкләп йәшәрбеҙ тигәйнек, тик бына ағай өйләнеп ташланы. Уларға ҡамасауламаҫ өсөн башҡа сығырға булдыҡ. Әле ҡапҡа эсендә башы ябылған 7х9 бурабыҙ ултыра. Тик бына төҙөлөш материалдары ҡыйбатланды ла китте. Тәүгеһендәге кеүек алдан туплаған аҡса ла юҡ, йыйылған тиклеменә нимәлер алып эшләтәбеҙ ҙә тағы аҡса булғансы арыуыҡҡа төҙөлөш туҡтап тора”, - тип һөйләне кеселәре Рәфис.
Рафиҡтың өйләнеүе уйламағанда була: ул интернет менән файҙалана белгән ҡустыһы аша Йылайырҙа бергә уҡыған иптәштәрен эҙләп ҡарарға уйлай. Ысынында иһә ул яҙмышын эҙләгән булып сыға. Рафиҡҡа Ейәнсура районынан Гөлфиә Халиҡова ғына яуап бирә. Ҡатындың тормошо еңелдән булмай сыға: күҙ терәп торған яҡындары бер-бер артлы үлеп киткән, ғаилә ҡороп ҡараған кешеһе менән дә бер нәмә лә килеп сыҡмаған. Ҡайҙа барып баш төртөргә белмәгән Гөлфиәне Рафиҡ үҙҙәренә Йәнекәйгә ҡунаҡҡа саҡыра. “Уҙған декабрь айында миңә Яңы йыл бүләге булып килеп төштө ул, - тип образлы ғына итеп һөйләп ебәрҙе Рафиҡ. – Шунан ирле-ҡатынлы булып йәшәнек тә киттек инде”.
“Өс инвалид ир кешене ҡарау һиңә ауыр түгелме һуң?” – тип һорайым. Гөлфиә: “Юҡ, улар үҙҙәре миңә ярҙам итә”, - тип әйтеп тә өлгөрмәне, Рафиҡ һүҙен бүлдерҙе: “Беҙ бит Гөлфиәгә тиклем дә нисектер йәшәнек. Икмәкте лә һатып алмай, үҙебеҙ әсетеп бешерә торғайныҡ. Әле лә бәләбеҙҙе һалып ултырмайбыҙ, бөтә эште күмәкләп башҡарабыҙ.
Һин беҙҙе көнө буйы коляскала тик ултыра тип уйлама. Өй мейес менән йылытыла, утынды ла йә ошолай ултырған килеш, йә ергә тубыҡланып алып, үҙебеҙ ярабыҙ, картуф сәсеп тәрбиәләйбеҙ, ашарға ла бешерәбеҙ, өҫтөбөҙҙө лә йыуабыҙ. Атай-әсәй тере саҡта мал ҡараштыҡ, улар үлгәс тә бер гилке ҡош-ҡорт көтөп маташтыҡ әле”.
Һөйләшкән һайын Ҡунаҡҡоловтарҙың егетлеге нығыраҡ асыла барҙы, яҙмыш тарафынан ниндәй ауыр физик хәлгә дусар ителгән кешеләрҙең кешелеклелеге, күңел яҡтыһы хайран итте. “Беҙ әле ике балалы Сания исемле һеңлебеҙгә ярҙам итәбеҙ. Ул күрше ауылдан айырылып ҡайтҡас, ҡулдан өй һатып алып бирҙек. Унда ла газ юҡ. Шуға утын алып, ярып биреп торабыҙ. Һеңлекәш тә беҙгә ҡулыбыҙҙан килмәгән нәмәләрҙе башҡарырға булыша. Шулай бер-беребеҙгә терәк булып йәшәйбеҙ инде. Ауыр, әлбиттә, аҡса етмәй, үҙебеҙҙең йыйындыҡлы булыуыбыҙ ғына ярҙам итә”, - тип һөйләне Рафиҡ.
Ҡунаҡҡоловтар тик үҙҙәренә генә ышана, кемдер ярҙам итергә тейеш тип, дәүләттән, хакимиәттән, ауылдаштарынан көтөп ултырмай. “Әммә был улар ярҙамға мохтаж түгел тигәнде аңлатмай, - тине Идиә Ғәлимова аҙаҡ был хаҡта үҙе менән һөйләшкәндә. - Пенсияға ғына бер-бер артлы ике өй һалыу өсөн уны ни тиклем ҡыҫып тотонорға кәрәклеген һәр кем аңлай. Ул ғына аҡсаға өйҙәренә газ да үткәрә алмаясаҡтар. Егеттәргә аралашыу ҙа етмәй, шуға интернет менән файҙалана алыу өсөн телефон менән ярҙам итеүселәр табылһа ла бик яҡшы булыр ине. Әле уларҙың күмәгенә бер ябай телефон. Өйҙө эшләп бөтһәк, “һыйпай” торғанын алып, ватсаптан ғына хәбәрҙәр ебәреп ятыр инек тип хыялланалар. Гәзиттән уҡып, ярҙам итергә теләүселәр табылһа, оло сауап алырҙар ине, әлбиттә ”.
Йыш ҡына замандаштарҙың: ”Хәҙер мохтаж әҙәмдәр ҙә юҡ бит, ҡайһы саҡ хәйер бирәм тиһәң дә кеше табып булмай”, - тигәнен ишетәһең. Бар ул мохтаждар, тик ундайҙар һоранып йөрөмәйҙәр. Физик яҡтан кәмселекле булһалар ҙа, әхләҡи, рухи яҡтан үҙҙәрен лайыҡлы тота беләләр.
Рәхимә МУСИНА
"Осҡон" гәзитенән.
Ссылка на источник
🌈🌈🌈 АЛЛАҒА ТАБАН БЕР АҘЫМ...

Беҙ бит Алланы болоттар өҫтөндә йөҙгән аҡ һаҡаллы ҡарт тип уйлап яңылышабыҙ. Ул бөтәһен дә күреп, ғәҙелләп өлгөрмәй тип һанайбыҙ. Ҡайһы саҡ эргәбеҙҙәге насарлыҡ ҡылған бәндәләрҙең дә бер яза алмай ирәүәнләнеп йәшәүен йәки, киреһенсә, яҡшы кешеләрҙең дә ыҙа сигеп көн итеүен күреп шундай һығымта яһайбыҙ. Әммә бит Алланың хөкөмө кешеләр уйлап тапҡан енәйәт закондары һәм мораль кодекстар менән тап килмәй. Уның – үҙ хәҡиҡәте, үҙ ҡанундары. Ә ысынында иһә Алла беҙҙең уңыбыҙҙа ла, һулыбыҙҙа ла, алдыбыҙҙа ла, артыбыҙҙа ла тора. Ул - ни бары беҙҙе уратып алған энергия тип әйтәйемме...

Ошоно аңлау менән Алланың бер ҙә күктән түгел, ә һәр ваҡыт яныңда тороп күҙәтеүен тоя башлайһың, улай ғына түгел, уның менән эстән генә кәңәшләшергә, ым-ишараларына ҡолаҡ һалырға өйрәнәһең. Ул бер ҙә ҡырын эштәрең өсөн язаларға, шелтәләргә ҡабаланмай, тик яратырға, яҡларға, ҡурсаларға ғына тора. Күңел күҙеңде һалһаң, Алланың һәр ваҡыт бәлә-ҡазаларҙан аралағанын һиҙәһең. Тик беҙ күп ваҡыт уға ҡолаҡ һала белмәйбеҙ: ҡайҙалыр ашығабыҙ, мал ҡыуабыҙ, пландарыбыҙ боҙолһа, донъябыҙ емерелгәндәй туҙынабыҙ…

Бына мин үткәндәремде байҡап ҡарайым да хайран ҡалам: ә бит ғүмер юлымда бөтә хыялдарымды ла тормошҡа ашырырға мөмкинлектәр бирелгән булған, тик мин үҙем улар менән файҙаланырға тырышмағанмын, хатта битараф үтеп киткәнмен. Әле лә ул көнөнә әллә күпме уңыштарға шанс биреп тора, әйҙә, йәбеш тә ысҡындырма. Ялҡаулығыңды, тиҫкәрелегеңде ең. Тормошҡа ҡарышһаң, ул да һиңә арҡырылана. Кире, хатта ҡара уйҙар аша тормошобоҙға күңелһеҙ, негатив күренештәрҙе тартабыҙ. Шул саҡта Йыһандың “ни сәсһәң – шуны урырһың” тигән төп законы эшләй башлай.

Ә тырышлыҡ, изгелек һәр ваҡыт бүләкләнә. Әгәр беҙ яҡшы кәйефтә матур уйҙар менән йәшәһәк, энергиябыҙ аша Алла менән бер тулҡындарға көйләнеп, унан тик ыңғай яуаптар ғына алабыҙ. Ул һине нәҡ кәрәк ваҡытта кәрәкле ергә сығарып ҡуя, һиңә кәрәкле кешеләрҙе, хәлдәрҙе уйламағанда юлыңа тап итә. Ҡайһы саҡ ҡаршылыҡтар ҙа, проблемалар ҙа тыуа, ләкин ышанысыңды юғалтмай көтә белһәң, улар артынан яңы киңерәк ишектәр, яҡтыраҡ офоҡтар асыла. Аллаға табан бер аҙым яһа, ул һиңә ҡаршы йүгереп киләсәк!..
"Аллаға табан бер аҙым" мәҡәләһенән өҙөк(2013, "Шоңҡар").

Рәхимә МУСИНА сәхифәһенән.
Ссылка на источник
Төрлө кешеләр була...

Көнө-төнө эшләһәләр ҙә, хәйерселектән башы сыҡмаған кешеләр була. Хатта һуңғы ебенә тиклем талап китһәләр ҙә, яңынан тиҙ генә мал-мөлкәт туплай торған кешеләр була. Бында эш аҡсаның аҙ йә күп булыуына ла бәйле түгел, ә уға мөнәсәбәттән тора.

Ниндәй ҙур хаҡ түләһәләр ҙә, эшен яҡшы итеп эшләмәгән кешеләр була. Бөтөнләй түләмәһәләр ҙә, үҙ эшен урын-еренә еткереп башҡарғандар була. Һәм тағы эш аҡсала түгел, ә мөнәсәбәттә.

Ғүмер буйы тормоштарына зарланған кешеләр була. Һәм ысынлап та улар насар йәшәйҙәр, күпкә яҡшыраҡ йәшәргә мөмкинлектәре булһа ла. Етешһеҙлектә генә йәшәп тә, мин яҡшы йәшәйем тип уйлаған, иҫән-һау булыуҙарына ҡыуанған кешеләр була.

Ғиллә бөтөнләй аҡсала түгел... Ғиллә — мөнәсәбәттә...
Рахима Мусина
Ссылка на источник
Эх, йәй етһә, сумаҙандарҙы тултырғы килә башлай. Беҙҙең ауыл халҡы ла, донъя күреп, әҙәмсә ял итергә өйрәнә башлағайны ғына бынау ҡороғор ауырыуы килеп сығып сиктәрҙе бикләне лә ҡуйҙы. Беҙ Ҡазан, Сочи, Абхазия, Төркиәне барып күреп өлгөрҙөк. Аҙна-ун көн генә йөрөп килһәң дә тәьҫораттары бер йылға етә торғайны. Әле бер дуҫымдың һорауы буйынса Төркиәлә яҙылған посымды ҡабаттан ҡуям. Үҙем дә һағынып иҫләп алам ул мажараларҙы...

* * *
Беҙҙең Төркиәгә йыйынғанды белгәс, улыбыҙ: " Тел белмәгән көйөнсә сит илгә барырға ҡурҡмайығыҙмы һуң? " - тип һораны. Мин эре генә: "Ярты Төркиә хәҙер урыҫса һөйләшә тей ул", - тигән булдым. Төркиәлә урыҫса ғына түгел, башҡортса, татарча һөйләшеп йөрөгән кешеләр ҙә күп осраны, әммә тел арҡаһында бер ҡурҡыныс хәлгә барыбер тарымай ҡалманыҡ.
Бығаса тарих дәреслектәрендә генә күргән амфитеатрҙары булған СИДЕ ҡалаһына, Аспендосҡа экскурсия алғайныҡ, беҙҙең менән барасаҡ 25 кеше араһында урыҫса белгән бер генә әҙәм дә булмай сыҡты. Башлыса немецтар (Аланья бушҡа "немецкий курорт" тип һаналмайҙыр инде). Эс бер аҙ бошһа ла, “Ярай, атайҙар нимессә бер ауыҙ һүҙ белмәһә лә еңергә эшкингәндәр әле, беҙ ҙә, еңеүселәр балалары, бирешмәбеҙ”, - тигән булдым иремә.

Гидҡа ышанғайныҡ, уныһы ла нимессәне һыу кеүек эскән, ә урыҫса бер нәмә лә аңламаған төрөк булып сыҡты. Ул да беҙҙең монголоид йөҙҙәргә өмөт тулы күҙҙәрен төбәп: "Шпрехен зи дойч?" – тип һораны, немецса беләгеҙме, йәнәһе. Мин көр тауыш менән: "Только хенде хох", - тигән булдым. Теге көлдө лә: "Гитлер капут", - тине. Уныһын мин үҙем дә бик әйткем килгәйне, тик эргәләге ниместәр менән мөнәсәбәттәрҙе баштан уҡ боҙмайым әле тип өндәшмәгәйнем. 😃

“Ҡазаҡ?” - тип төбәшә гид беҙҙән. “Найн, Рашен, Уфа”, - тибеҙ. "Ааа, татар?" - тине лә теге, түшенә төртөп: "Их бин татар. Крым татар", - тей. Ата-бабаһы шул яҡтан булған, күрәһең. Әммә уның татарлығы төшкө менюға заказ яҙғанда балыҡ, тауыҡ тигән һүҙҙәрҙе белеүҙән артманы.🐟🐓

Йөрөйбөҙ шулай Сиде буйлап ниместәргә эйәреп, әлеге тарих дәреслектәрендә күргән хайран ҡалмалы ҡомартҡыларға тамаша ҡылып. Гид татылдай, ниместәр "гут - гут, зер гут" тип сәпәкәйләп ебәрәләр. Беҙгә, бер нәмә лә аңламағас, ҡыҙыҡ түгел, үҙ юлыбыҙ менән сыҡҡанбыҙ ҙа киткәнбеҙ. Бер ваҡыт аҙаштыҡ, группаны юғалттыҡ. Мин бөтә ҡурҡыныс эҙемтәләрҙе күҙ алдына килтереп илаулай башланым. 😭 Иптәшем һин ошонда көт тип ҡалдырҙы ла йүгереп эҙләргә китте. Ул да юғалһа нимә эшләйем инде тип ярты сәғәттәй ут йотоп торҙом. Бүтән ғүмере сит ил тип ауыҙ асмаҫҡа ант иттем.
"Күрҙем тегеләрҙе" тип йүгереп килгән ирем менән юлыбыҙҙан кире боролоп, алаҡандап байтаҡ барғас, ҡайнап торған туристар араһында юлдаштарыбыҙҙы шәйләп ҡалдыҡ. "Ура-а, ана беҙҙекеләр!!!" - тип ҡысҡырып ебәрҙем, ҡыуанысымдан һәр бер ниместы ҡосаҡлап үпкәндәй булып.

Аҙаҡ ҡына шул һүҙҙәремдең мәғәнәһе башыбыҙға етеп, көлдөк тә көлдөк: ниместәрҙе лә "беҙҙекеләр" тип атарлыҡ хәлдәргә төшөрөп ҡуя икән был тормош... 😃
Рәхимә МУСИНА диуарынан.
Ссылка на источник
ТОРМОШ — ҺИКӘЛТӘЛЕ - БОРМАЛЫ ЮЛ...
Шул һикәлтәле боролоштарҙа һынала ла инде дуҫтар тип йөрөгән кешеләрҙең кемлеге! Кемдер ныҡлап тотоноп ултырмау арҡаһында һинең тормош арбаһынан осоп ятып ҡала... Кемдер бәләһенән баш-аяҡ тип үҙе һикереп төшөп ҡалыу яғын ҡарай... Кемдер, текә боролош буласағын һиҙә һалып, арбаңа ултырмай тороп ҡала... Ундайҙар, ғәҙәттә, яңынан тигеҙ ергә төшкәнеңде күҙәтеп кенә тора ла, йомшаҡ, уңайлы арбаңдан тағы урын алыу яйын ҡарай... Бәғзеләре, бер ауыҙҙары бешкәс, киләсәктә лә уйламаған боролоштар яһаясағыңды күҙаллап, башҡаса һинән йырағыраҡ тороуҙы хуп күрә... Ҡайһы берәүҙәр һинең юлдан барырға теләй, тик арбаңа ултырырға ҡыйыулығы етмәй, үҙенең ҡорсаңғы атында йә ишәгендә булһа ла йәнәш китеп бара... Боролоштан файҙаланып, тәгәрмәсеңә таяҡ тығып, арбаң-нейең менән ауҙарырға маташыусылар ҙа юҡ түгел...

Шуға боролоштарҙы атыңды ҡамсылап, арбаңды кәйелтә биреберәк үтеү ҙә яҡшы ул. Кәрәк-кәрәкмәгән кешеләр тәгәрәшеп ҡалһын өсөн. Хатта яңғыҙ ғына ҡалыуың да мөмкин. Тик һиңә ышанған тоғро дуҫтар, боролоштарҙа ни тиклем хәүефле булмаһын, арбаңа сат йәбешә, хатта үҙең ҡолап китмәһен тип ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша, сөнки белә һәм ышана: был боролош артында тигеҙ, тура юл көтә, ә күктә яҡты ҡояш йылмая! Тик ундай кешеләр күп булмай, һанарға хатта бер ҡулдың бармаҡтары етеүе мөмкин. Эйе, дуҫтарҙы һан менән түгел, сифат буйынса баһалар кәрәк.

Ә тормоштоң ҡануны шундай: ул бушлыҡ яратмай. Иҫке “дуҫтар” урынына яңылары килә, уйламаған ерҙә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләр тап була. Шулай һикәлтәле-бормалы тормош дауам итә!
Рәхимә МУСИНА.
Ссылка на источник


Сайт не являеет официальным сайтом вКонтакте
Политика обработки персональных данных
Время выполнения скрипта: 2.7975149154663 сек.