Гульназ Сабирова
Offline, последняя активность Сегодня 00:29:12 Android
Баймак
Телец - Гороскоп (8.5.)

720

1271

0

?

?

друзья подписчики изменения скрывающие скрытые

Кого добавила в друзья и на кого подписалась Гульназ Сабирова. Новые подписчики.

Обновляем изменения в друзьях...

Теперь изменения в списке друзей будут отслеживаться. Каждый раз при посещении этой страницы будет происходить повторная проверка.


Для оперативного получения новой информации добавьте эту страницу в закладки. (На компьютере Ctrl+D)
Фотография Сабировой Гульназ Фотография Сабировой Гульназ Фотография Сабировой Гульназ Фотография Сабировой Гульназ Фотография Сабировой Гульназ Фотография Сабировой Гульназ Фотография Сабировой Гульназ

Открытые анкетные данные Сабировой Гульназ:


Упоминание Гульназ Сабировой в коментариях и постах


Дуҫтар, һеҙҙе тағы бер хат менән таныштырғым килә. Уны Баймаҡ ҡалаһынан Йәнгүзәл Зәйнуллина яҙған. Хатында ул үҙенең теләктәрен генә белдереп ҡалмаған, һорауҙарын да биргән.

"Һаумыһығыҙ, хөрмәтле Гөлнара Дамир ҡыҙы!
Һеҙгә Баймаҡ ҡалаһынан Зәйнуллина Йәнгүзәл яҙа. Һеҙ тағы ла беҙҙең яҡтарға килә, яңы конкурстар иғлан ителгән тигәс, был "эшкә" ысын күңелдән тотондом, сөнки һеҙҙең ижад менән мин бәләкәй саҡтан танышмын. Миңә 11 йәш тулғанда тыуған көнөмә һеңлем сағыу тышлы "Искәндәр кисергәндәр" исемле китап бүләк итте. Әйтеп үтергә теләр инем, һеҙҙең ижадығыҙҙың миңә оҡшаған сифаттарының береһе- ябайлыҡ. "Ябайлыҡта - матурлыҡ", - тиҙәр бит. Һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙҙең сюжетын аңлауы еңел, ҡайһы бер ваҡытта үҙең улар менән бергә төҫлө. Мин дә яҙышырға яратам, һәм тап һеҙҙең кеүек яҙыусылар миңә мотивация өҫтәй.
Һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙҙе беҙ хатта көндәлек тормошта ла ҡулланабыҙ: "Хәйерле иртә, быҙауҡай! Тор инде, беҙгә яңы көн килде! "- тип яратып уята һеңлем. Шундай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс, йылылыҡ бөрккән әҫәрҙәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт !
Шулай уҡ, мине ҡыҙыҡһындырған һорауҙар ҙа бар:
-Тап бөгөнгө көндәге үҫмерҙәр өсөн ниндәй әҫәрҙәрегеҙ бар?
-Ижад иткән ваҡытта, һеҙгә ғаиләгеҙ мөмкинселектәр тыуҙырамы? Һеҙҙең яҙышыуға нисек ҡарайҙар?
-Киләсәккә ниндәй маҡсаттарығыҙ бар?
- Үҫмерҙәргә, кескәйҙәргә әйтергә теләктәрегеҙ?
Һеҙгә киләсәктә ижады уңыштар, яңы үрҙәр, ҡәләмегеҙҙең һәр саҡ осло булыуын, һүнмәҫ илһам теләйем !
Һеҙҙән дә яуап көтөп ҡалам!

Сәләм, Йәнгүзәл!
Хатыңды уҡып, ижадымды үҙ итеүеңә ҡыуандым. Улай ғына ла түгел, китаптарҙы уҡып сыҡҡандан һуң һорауҙарың тыуыуы, битараф ҡалмауың тағы бер ҡыуандырҙы. Яҙышырға яратам, тигәнһең, яҙған әйберҙәреңде миңә ебәрә алаһың, хәлемдән килгәнсә фекерҙәремде әйтергә, ҡарашымды белдерергә тырышырмын. Һорауҙарың өсөн ҙур рәхмәт һәм хәҙер мин уларға яуап биреп ҡарайым.

- Китап булып сыҡҡан әҫәрҙәремде алһаҡ, урта йәштәге мәктәп балалары өсөн «Таш келәттең сере» китабын атарға була. Унда детектив повесть, мәғәнәле хикәйәттәр (притчалар) нигеҙендә яҙылған “Нисек аҡыллы булырға?” тигән оҙон хикәйә һәм үҫмерҙәрҙең тормошто аңларға ынтылыуын, дуҫлыҡ ҡәҙере, намыҫ, беренсе мөхәббәт тойғоларын тасуирлаған хикәйәләр ингән. “Нисек аҡыллы булырға?” хикәйәһенән үҙең өсөн күп нәмә алырға, күп нәмәне аңларға, уйланырға була, тип уйлайым. Яңыраҡ “Аманат” журналында “Йәйҙең дүрт айы” тигән повесым баҫылды. Унда бәләкәй саҡта ағастан ҡолап тотлоғоп ҡалған ҡалған малайҙың тәүҙә нисек билдәһеҙлеккә бирелеүе, үҙен япа-яңғыҙ итеп тойоуы, хатта йәшәгеһе килмәүе, әммә аҙаҡ үҙен ҡулға алыуы, үҙе өҫтөндә эшләй башлауы, физик һәм рухи яҡтан нығытыуы, бирешмәүе тураһында һөйләнелә. Миңә ҡалһа, уҡыусы балаларға бик ҡыҙыҡ булыр ине. Тағы ла “Китһәм дә мин, йырым ҡалыр...” тигән повесть өлкәнерәк класс уҡыусыларының күңеленә ятасаҡ. (Йәнгүзәл, был повесть һиңә лә бик аҡшаясаҡ, мотлаҡ уҡып сыҡ!) Ул “Яңы офоҡтар” тигән китаптың эсендә бер нисә авторҙың повесы менән бергә сыҡты. Унда беренсе курс студенттарының тормошо һүрәтләнә. Был повестан да күпкә өйрәнергә була. Тағы бер фантастик повесым өҫтәлемдә ята. Күптән яҙылып бөткән ул, нәшер ителергә үҙ сиратын көтә. “Тоғролоҡ” тигән хикәйә эттәрҙе, хайуандарҙы яратҡан балаларға оҡшаясаҡ. Ул да әлегә бер ҡайҙа ла баҫылмаған.
- Ғаиләм минең эшемде ихирам итә. Яҙғандарымдың уҡыусыларға мөһимлеген аңлай, шуға күрә яҙышыуыма ыңғай ғына ҡарайҙар.
- Киләсәктә бәләкәйҙәр өсөн берәр генә әкиәттән торған китаптар сығарғым килә. Сөнки башҡорт телендә бындай китаптар әлегә бик аҙ, ә бәләкәйҙәр өсөн улар бик кәрәк. Ундай китап нимәһе менән һәйбәт? Беренсенән, һүрәттәр күп буласаҡ: был баланың донъяны танып-белеүен, тел байлығын киңәйтә, икенсенән, бер генә әкиәттән торғас, бала уны ятлап алып бөтәсәк, уның яратҡан китабына әйләнәсәк.
- Яҡшы яҙылған, сифатлы әҫәрҙәрҙе уҡырға тырышығыҙ, уларҙан тик яҡшылыҡ ҡына табығыҙ. Ғөмүмән алға ҡарап, маҡсаттар ҡуйып, яҡтылыҡҡа ынтылып йәшәгеҙ. Тырышығыҙ, үҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Тырышлыҡ һәр ваҡыт емештәрен бирә ул!.. Китап уҡығыҙ, гәзит-журналдарҙы өйгә алдырығыҙ. Бар яҡлап та уңыштар һеҙгә!

Гульсина Зайнуллина
Гульназ Сабирова
Ссылка на источник
Баймаҡ модель балалар китапханаһы яҡташ яҙыусылар аҙналығында минең әкиәттәремә һүрәттәр эшләү, уй-фекерҙәрен белдергән хаттар яҙыу ойошторғайны. Һәр береһенә ҙууур рәхмәтемде белдерәм!❤
Килгән хаттарҙан бына ошоноһо уйландырҙы мине:

"Һаумыһығыҙ, хөрмәтле Гөлнара Дамир ҡыҙы!
Һеҙгә күп сәләмдәр ебәреп, Өмөтбай мөктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Сәитғәлина Әлфинур хат яҙа. Эйе, һағынышлы тием, сөнки бынан 4 йыл элек беҙҙең мәктәбебеҙҙә үткән матур осрашыуҙы һағынып иҫкә алам.
Гөлнара апай, осрашыу ваҡытында һеҙҙең “Искәндәр кисергәндәр” исемле китабығыҙҙы алған инек. Мин уны шунда уҡ уҡып сыҡтым. Әле лә йыш ҡына ҡараштырып сығам. Ҡыҙыҡ, уҡыған һайын хикәйә геройҙары яңыса асыла, уларҙың ҡылыҡтарына ла яңыса баһа бирәһең икән!
Миңә иң нығы “Һағыҙаҡ балы” оҡшаны. Шуҡ малай Искәндәр бесәндә иңкеш балы тәмләп ҡайтҡас, дуҫтары Марат һәм Әсләм менән бергәләшеп һағыҙаҡ ояһынан бал эҙләүҙәре бик мауыҡтарғыс килеп сыҡҡан. Күҙәтеүсән малайҙар шартына килтереп кейенәләр ҙә бит әле. Тик сағылып ҡуйыуҙары ғына йәл))
Гөлнара Дамир ҡыҙы! Һеҙҙең әйтеүегеҙсә, әҫәрҙәрегеҙҙәге геройҙарығыҙ күбеһенсә тормоштан алынған геройҙар. Элегерәк балалар телефонда ултырмаған саҡта бала саҡтары бигерәк ҡыҙыҡ булғандыр ул. Үҙҙәренең бала сағына урамдағы шаулы уйындарҙы , мажаралар, шаяртыуҙарҙы апайым менән ағайым да, атай-әсәйем дә йыш ҡына һөйләп тора. Ә беҙ, көндәр буйы телефонды ҡулдан төшөрмәгән балалар, ниндәй ҡыҙыҡтар тураһында һөйләрбеҙ икән?! Шундай заманға тура килдек шул... Йәштәштәрем араһында киләсәктә фекер йөрөтөрлөк яҙыусылар , шағирҙар булырмы икән? Ошо һорау борсой мине...
Матур әҫәрҙәрегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйтеп, хатымды йомғаҡлайым. Эшегеҙҙә уңыштар, яңынан-яңы ижад емештәре тыуыуын теләйем.
Һау булығыҙ.
Күп сәләмдәр менән: Әлфинур.

Сәләм, Әлфинур!
Хатыңды уҡып бик ҡыуандым, шундай йөкмәткеле хатың өсөн ҙур рәхмәт һиңә! Киләсәгең яҡты, ғүмер юлың уңышлы булһын!
Күңелеңдә борсолоу ятыуы ла урынлы. Күптәрҙе борсой был мәсәьәлә. Беҙ киләсәгебеҙҙе ҡайғыртырға, борсолорға, уны яҡшы итергә бөгөндән тырышырға тейешбеҙҙер.
Эйе, үкенескә күрә, бөгөн балаларҙың бала сағы Интернет киңлегендә уҙа. Саф һауалағы "тере" уйындарҙың онотола барыуы ысынлап та борсоулы күренеш. Ауырыу балалар тыуа, балалар насар уҡый, насар үҫешә тип йышыраҡ зарланалар хәҙер. Тамыры саф һауалағы хәрәкәтле уйындарҙың етешмәүенә барып тоташмаймы? Ябай ғына тупты алайыҡ: моторика өсөн файҙаһы иҫ киткес! Бигерәк тә бәләкәй туптарҙың. Ә беҙ туп менән ниндәй генә уйындар, ярыштар белмәй торғайныҡ! Скакалканан һикереү, йүгереп уйнауҙар, ҡараңғы төшкәнсе тау шыуыуҙар!.. Балам өшөп ҡуймаһын, һыуланып йөрөмәһен, бысранмаһын, тип әсәйҙәр ҙә ҡурҡмаған нишләптер))
Беҙҙең ауылда Американан күсеп килгән ғаилә йәшәй. Уның: "Балалар бында рәхәтләнеп тышта уйнай, бер-береһен белә, баҡсаға йөрөгән балаларға тиклем әллә күпме йырҙар, бейеүҙәр белә..." - тип һоҡланғаны иҫемдә ҡалған. Америкала балаларҙың булған шөғөлө телевизор ҡарау ҙа, Интернетта ултырыу икән. Беҙҙә лә ошондай тормоштоң етеп килеүе күңелде ҡыра. Шуға ла булған ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалырға тырышырға кәрәк. Юҡҡа сығарыуы ғына рәхәт бит ул...
Бөгөн беҙ балаларҙы Интернетҡа инеүҙән бөтөнләй тыйып та ҡуя алмайбыҙ, сөнки заманаһы шундай - әгәр үҫмер, йәш кеше ундағы яңылыҡтарҙы белмәһә, ул иптәштәре алдында - лох, ала ҡарғалар ҡараһындағы ҡара ҡарға. Ниндәйҙер алтын урталыҡ табырға кәрәктер, тип уйлайым. Кәрәк ваҡытта баланан тартып алыу ҙа ҡамасауламай. Ниндәйҙер килешеүгә килергә лә мөмкин, мәҫәлән, иң тәүҙә ҡар көрәйһең, өйгә эштәреңде эшләйһең... Бәләкәй саҡта күп нәмә ата-әсәнән торһа, үҫә килә йәш кеше үҙен үҙе контролдә тота башлай...

Һәр осрашыу матур тәьҫораттар ҡалдырған кеүек, Өмөтбай мәктәбендәге осрашыуҙы мин дә һағынып иҫкә алам. Матур ғына, йылы ғына осрашыу булғайны ул. Балаларҙың китап уҡыуы һөйөндөргәйне. Бына ошондай тере осрашыуҙар, тере сәйәхәттәр, тере аралашыуҙар йышыраҡ булһын ине ул...
(Фотолар 4 йыл элек Өмөтбай мәктәбендә уҙған осрашыуҙан. Уҡыусылар иҫләй микән был сараны? Фотоларҙа үҙҙәрен таныймы? ))
Гульсина Зайнуллина Гульназ Сабирова
Ссылка на источник


Сайт не являеет официальным сайтом вКонтакте
Политика обработки персональных данных
Время выполнения скрипта: 0.59093499183655 сек.