Таңсулпан Рәсүл
Offline, последняя активность Сегодня 01:07:19 Android
Уфа
Водолей - Гороскоп (30.1.)

4756

5452

0

?

?

друзья подписчики изменения скрывающие скрытые

Кого добавила в друзья и на кого подписалась Таңсулпан Рәсүл. Новые подписчики.

Обновляем изменения в друзьях...

Теперь изменения в списке друзей будут отслеживаться. Каждый раз при посещении этой страницы будет происходить повторная проверка.


Для оперативного получения новой информации добавьте эту страницу в закладки. (На компьютере Ctrl+D)
Фотография Рәсүл Таңсулпан Фотография Рәсүл Таңсулпан Фотография Рәсүл Таңсулпан Фотография Рәсүл Таңсулпан Фотография Рәсүл Таңсулпан Фотография Рәсүл Таңсулпан Фотография Рәсүл Таңсулпан

Открытые анкетные данные Рәсүл Таңсулпан:


Упоминание Таңсулпан Рәсүл в коментариях и постах


Бөгөн батырыбыҙ Салауат Юлай улының тыуған көнө.

Таңсулпан Рәсүлдең түбәндәге шиғырын йыш ҡына Салауат Юлаевтыҡы тип яҙалар.

Мин үлмәнем әле, башҡорттарым,
Тере рух мин һеҙҙең йөрәктә.
Дауамы мин батыр тамырының,
Күрәһегеҙ мине бишектә.

Бер ҡасан да баш эймәнем ятҡа,
Баш эймәнем хатта батшаға.
Ауһам-ауҙым һуғыш яланында
Эләкмәне Урал дошманға.

Мин үлмәгән әле, меңәр йылдап
Асылмаған тарих барында.
Теҙ сүгергә әле ашыҡмағыҙ,
Мин тулайым бөгөн ҡарында.

Тағы тыуыр Салауаттар барҙа,
Осар юлҡайҙарың быуылмаҫ.
Бөркөттәрең ирек аулағанда
Тамырҙарың, башҡорт, ҡоромаҫ.

Бына быныһы - Салауат Юлаевтыҡы:

Мин үлмәнем, башҡорттарым!

Һин алыҫта минән, Ватаным!
Тыуған төйәк бигерәк аяулы.
Ҡайтыр инем дә бит, башҡорттар,
Аяҡтарым минең бығаулы!

Ҡарҙар күмә минең юлымды,
Тындарымды ҡыҫа таш йорттар.
Әммә яҙын ирер ул ҡарҙар.
Минме? Юҡ, үлмәнем, башҡорттар.
Ссылка на источник
МАТБУҒАТ БАЙРАМЫНДА ДУҪТАРЫБЫҘ АРТТЫ!

Бөгөн Башҡортостанда Башҡорт матбуғаты һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Башҡортостан журналистары үҙҙәре уҡыусыларына ҙур сара әҙерләне: Матбуғат йорто алдында киң ҡолас менән Матбуғат байрамы уҙҙы.

Тамаша тантаналы өлөштән, публицист, яугир Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәйкәленә сәскәләр һалыу менән башланды. Журналистарҙы, ошо өлкәлә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарҙы, ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев сәләмләне. Ул барыһын да тап ошо көндә республика баҫмаларына яҙылырға саҡырҙы, айырыуса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың ғаиләләрен гәзит-журналдарға яҙҙыртырға, уларға ошо айҡанлы бүләк яһарға өндәне.

— Был ғаиләләр беҙҙең йөрәк йылыһын, хәстәрлегебеҙҙе тойһон, - тине Максим Владимирович. Әйткәндәй, ул үҙе атайҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан өс балаға өс дана итеп "Аҡбуҙат" журналын яҙҙыртты, Мәләүез районы Тамъян ауылынан Шәриповтар, Ҡотош ауылынан Ямалетдиновтар һәм Саматовтар "Аҡбуҙат"лы булды!

Матбуғат байрамы уңайынан төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған, тырыш хеҙмәттәре менән уңыштарға ирешкән журналистарҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзына яңы ағзалар ҡабул ителде. Журналыбыҙҙың баш мөхәррире Лариса Абдуллина Башҡортостан Журналистар Союзының Почет Грамотаһына лайыҡ булды.

"Аҡбуҙат", "Аманат", "Шоңҡар", "Башҡортостан ҡыҙы", "Тамаша" "Ағиҙел", "Толпар", "Әллүки", "Бельские просторы" һәм башҡа журналдар, "Башҡортостан", "Йәшлек", "Республика Башкортостан", "Йәншишмә" һәм башҡа гәзиттәр: Матбуғат йорто алдындағы майҙансыҡ республикабыҙҙың баҫмалары ойошторған күргәҙмәләр менән тулған, ошонда уҡ гәзит-журналдарға яҙылыу ҡыҙа, ошонда уҡ оҫталар үҙҙәренең ҡул эштәрен тәҡдим итә... Байрам булғас, йыр-моңһоҙ булмай: Башҡортостандың билдәле сәнғәт әһелдәре үҙ сығыштары менән сараға йәм өҫтәй.

"Аҡбуҙат" журналын үҙҙәренә, балаларына, ейәндәренә яҙҙыртыусылар ҙа, ярты йыллыҡҡа журналды башҡа ғаиләләргә бүләк итеүселәр ҙә бихисап булды. Араларында — күренекле матбуғат, әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәре. "Башинформ" мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Илдар Ҡолоевтың тыуған төбәге Дәүләкән районының Мәкәш ауылындағы атай йортонда йыйылған кескәй туғандарына бер дана журнал яҙҙырҙы, Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков улының класына биш дана "Аҡбуҙат" бүләк итте. Яҙыусылар Гөлнур Яҡупова, Зөһрә Ҡотлогилдиналар ҙа ситтә ҡалманы.

— Оҙаҡламай ейәнемә өс йәш тула, уны "Аҡбуҙат" менән таныштыра башларға ниәтләп, туп-тура һеҙгә килдем, - тине Гөлнур Яҡупова. Йәш быуын да битараф түгел: шағир, журналист Таңсулпан Рәсүл ике малайына "Аҡбуҙат"ты яҙҙыртты.

Башҡортостандың милли баҫмалары үҙенең йөҙ йылдан ашыу тарих дәүерендә милләт, тел, рух һағында тора, һуңғы яңылыҡтарҙы тиҙ рәүештә халыҡҡа еткерә, замана менән бергә, хатта бер көнгә алдараҡ атлай. Артабан да һәр баҫма тоғро уҡыусыларынан айырылмаҫ.

Айгөл ҒӘБИТОВА.

Тағы ла күберәк фотолар: https://vk.com/album-196702306_295355584
Ссылка на источник
МАТБУҒАТ БАЙРАМЫ ЛА, "АҠБУҘАТ"ҠА ЯҘЫЛЫУ ҘА ДАУАМ ИТӘ!

Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков, күренекле шағирә, Салауат Юлаев ордены кавалеры Зөһрә Ҡотлогилдина, билдәле яҙыусы, журналист Венер Исхаҡов, йәш быуын шағиры, журналист Таңсулпан Рәсүл, Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова берәү түгел, бер нисә данаға яҙылдылар.

Үрнәк алайыҡ, яҙылайыҡ, "Аҡбуҙат"лы булайыҡ!
Ссылка на источник
Бөртөкләп йыйылған алтынға бәрәбәр

Ошо көндәрҙә Өфөләге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында Бөрйән районы энциклопедияһының исем туйы уҙҙы.

Бөрйән районының тарихын сағылдырған энциклопедияға мәғлүмәт бөртөкләп йыйылған алтынға бәрәбәр, тип әйтһәк тә һис яңылышыу булмаҫ. Йәшел тышлы ҡәҙерле китапҡа материалдар һуңғы өс йыл дауамында тупланған, был эшкә тотош район халҡы тиерлек йәлеп ителгән. Энциклопедияла Бөрйәндә тыуып-үҫкән меңдән ашыу шәхес, ике меңгә яҡын предприятие, ойошма, тәбиғәт һәм тарихи ҡомартҡылар хаҡында мәғлүмәт табырға мөмкин.

Исем туйында Бөрйән районы хакимиәте вәкилдәре: район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов , уның социаль эштәр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева ҡатнашты. Ғәзиз Минниәхмәт улы үҙенең сығышында был ҙур ваҡиғаға үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә ысын күңелдән рәхмәтен белдерҙе.

— Был энциклопедияның исем туйы ғына түгел, ә бөрйәндәрҙең үҙенә күрә бер ҙур осрашыуы, - тине ул һәм был ваҡиғаның быйыл иғлан ителгән Атайсалға файҙалы эштәр йылына тап килеүенең әһәмиәтен билдәләне, - тимәк, тыуған еребеҙ, районыбыҙ мәнфәғәтенә башҡарасаҡ эштәр йылы. Бөгөнгө осрашыу – тыуған яғыбыҙға һөйөүебеҙҙе сағылдырған сараларҙың береһе. Минең уйымса, бөрйәндәр үҙ-ара һәр береһен йөҙгә таный, сөнки беҙ күп түгелбеҙ, ун ике мең ярым ғына.

Башлыҡ шулай уҡ Бөрйән районы энциклопедияһын төҙөүҙә төп эште башҡарған Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәроваға барыһы алдында ла оло рәхмәтен һәм хөрмәтен еткерҙе:
— Һеҙҙең ошондай ынтылышығыҙ, ниәтегеҙ булмаһа, бәлки был эш барып та сыҡмаҫ ине. Һеҙ төндәрен йоҡламай энциклопедияның һәр нөктәһенә тиклем төҙәтеп, мәғлүмәт туплап ултырҙығыҙ. Һеҙҙең был эшегеҙ алдында оло хөрмәт менән баш эйәм.
Ғәзиз Манапов шулай уҡ энциклопедияны төҙөү буйынса ғына түгел, Бөрйән яҡташтар берлеген тергеҙеүҙә, Бөрйән районына ҡағылған һәр эшкә үҙ өлөштәрен индергән бер төркөм бөрйәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Улар араһында сәнғәт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, журналистар бар.

Энциклопедияның исем туйында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡатнашыуы сараға айырым мәртәбә өҫтәне. Әминә Ивний ҡыҙы үҙе лә Бөрйән ҡыҙы, ул яҡташтарын ошондай тарихи ваҡиға менән ихлас тәбрикләне.
— Был Бөрйән районы тарихында беренсе энциклопедия, шуға күрә уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бөрйән районы хакимиәтендә ошо идея менән янып йөрөгән кешеләр эшләмәһә, был эш килеп тә сыҡмаҫ ине, шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Шулай уҡ рәхмәтемде һәр мәғлүмәтте бөртөкләп йыйып ултырған энциклопедияны төҙөүселәргә еткерәм. Был энциклопедия китап кәштәһендә саңланып ятмаясаҡ, ул бик кәрәкле, - тине министр.

Бөрйәндәрҙе тәбрикләргә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина ла килгән. Ул барыһын да был әһәмиәтле ваҡиға менән ихлас ҡотланы һәм Бөрйән ҡатын-ҡыҙҙарына Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең юғары наградаларын тапшырҙы: Шәрипова Нәзирә Зиннур ҡыҙы Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" миҙалына, Сафина Клара Абдулла ҡыҙы "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" Бөтә Рәсәй конкурсының еңеүсе дипломына һәм кубогына лайыҡ булды.

Бөрйән районы энциклопедияһын төҙөүҙә ҡатнашҡан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Роза Ғүмәрова, Башҡорт энциклопедияһы институтының фән-мәғлүмәт бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Ишкинина, "Бөрйән энциклопедияһы" эш төркөмө етәксеһе, филология фәндәре кандидаты Нәфисә Сиражитдинова, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина ла һүҙ тотоп, был ваҡиға айҡанлы үҙҙәренең эш тәжрибәһе, тәьҫораттары менән уртаҡлаштылар.

— Зарланмайым, әммә энциклопедияны ауыр шарттарҙа эшләнек: был хеҙмәтте башлау пандемия осорона тура килде, эш бер аҙ тотҡарланып торҙо. Төрлө кешеләр, төрлө командалар менән эшләргә тура килде, телефонды ҡулдан төшөрмәй, көнө-төнө бәйләнештә булып, ошондай шарттарҙа был ғәмәлде атҡарып сыға алдыҡ. Энциклопедияны төҙөүҙе ойоштороуы миңә ҡыйын булманы, сөнки үҙебеҙҙең район халҡының һәр ҡайһыһын тиерлек беләм. Шуның өсөн дә энциклопедияны төҙөү комиссияһына ла күберәк кешеләрҙе яҡшы белгән уҡытыусыларҙы, ауыл хакимиәттәре башлыҡтарын алдым һәм уңдым. Ҡайһы саҡ ҡаты ҡағылһам да, һәр береһе үпкәләмәйенсә үҙ эшен башҡара алды. Кесе йома Бөрйәндә баҙа көнө, сығам да, кеше араһында йөрөйөм, кәрәк кешеләрҙе туҡтатып, уларҙан мәғлүмәт ебәреүҙәрен һорайым. Эштең төрлө юлдарын, ысулдарын ҡулланырға тура килде, шулай ҙа, беҙ энциклопедияны төҙөй алдыҡ. Тағы ла шуны әйткем килә: йәш саҡтан, юғары белем алған ваҡыттан уҡ Баймаҡ, Әбйәлил райондарына ҡарата миндә ярыш сәме булды, шуға ла, эш барышында өҫтәлемдә сағыштырыу өсөн был райондың энциклопедиялары ятты, - тип эш барышы, тәжрибәһе менән уртаҡлашты Роза Шәриф ҡыҙы.

Бөрйән районы энциклопедияһын төҙөгәндәрҙе лә, был ваҡиға менән атайсалын ҡотларға, яҡташтары менән күркәм күрешеүгә йыйылған Өфөлә йәшәгән бөрйәндәрҙе, Бөрйәндән Өфөгә елеп килеп еткән, Милли китапханаға йыйылған һәр береһен дә бер маҡсат берләштерә, ул – Кесе Ватанға, атайсалға, уның халҡына хеҙмәт итеү, уның хаҡына файҙалы эштәр башҡарыу. Китаптың исем туйында эскерһеҙ, хис-тойғоға бай сығыштарҙан тыш ҡурай моңо ла, башҡорт халыҡ йырҙары, күңелле йыр-моң да яңғырап торҙо: сығыштары менән Бөрйәндән булған, инде исемдәре бар Башҡортостанға яңғыраған Иҙел Нурғәлин, Ян Лира, Зилә Лира, Венера Рәхмәтуллина, Резеда Әминева, Айгиз Ғиззәтуллин, Гөлнара Вәлиева, Венера Юлгилдина һәм башҡалар байрамға айырым йәм һәм тантана өҫтәне.

Бөрйәндә тыуып-үҫеп әлеге көндә Өфөлә ҙур дәрәжәләр биләгән, дәүләт эше, һаулыҡ һаҡлау, йәмғиәт, сәнғәт һәм башҡа өлкәләрҙә гөрләтеп эшләп йөрөгән, хаҡлы ялға сыҡҡан күренекле шәхестәребеҙ ҙә килгән ине сараға, һәр береһе күңелендә булған йылы һүҙе, тәбрикләүе, шатлығы менән уртаҡлашырға ашыҡты. Бөрйән районының Почетлы гражданины, күренекле дәүләт, йәмәғәт эшмәкәре Хәләф Ишморатов Бөрйән еренең эпостар төйәге булараҡ айырым тылсымға эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды:
— Эпослы халыҡтар Ер йөҙөндә бер нисәү генә. Ә халҡыбыҙҙың данлыҡлы “Урал батыр”ы ла, “Аҡбуҙат”ы ла Бөрйән ерендә яралған, шулай булғас, Башҡортостандың тәүге энциклопедияһы Бөрйәнгә бағышланған булырға тейеш ине, һуңлап булһа ла был хата төҙәтелде. Һәр райондың үҙенең гербы, флагы булған кеүек, энциклопедияһы ла булырға тейеш. Энциклопедияны төҙөү буйынса Бөрйән районы хакимиәте тарафынан да, Роза Ғүмәрова етәкселегендәге әүҙем район халҡы тарафынан да ғәйәт ҙур эштәр башҡарылған. Мин белә-белгәндән алып ҡына район хакимиәтендә бер нисә быуын алмашынды, һәм улар араһында күсәгилешлек һаҡланып килеүенә, ҙур материалдар тупланып уларҙың ташҡа баҫырылыуы өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт.

Бөрйән районы энциклопедияһының исем туйы Башҡортостандың төп китапханаһында, баш ҡаланың тап үҙәгендә киң ҡолас менән гөрләп уҙыуы – ул Бөрйән яҡташтар берләшмәһенең, атап әйткәндә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Милли китапхана белгесе, Бөрйән яҡташтар берлеге етәксеһе урынбаҫары Нәсимә Туҡаеваның һәм шағирә, “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе Таңсулпан Рәсүлдең тынғыһыҙ хеҙмәт емеше. Әйткәндәй, Бөрйән яҡташтар берлегенең ҡанат йәйгән мәле: исем туйынан һуң Бөрйән районы хакимиәте вәкилдәре ҡатнашлығында берләшмәнең йыйылышы ла уҙҙы, унда ойошманың киләсәктәге эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ барҙы.

Байрамдың тағы ла бер үҙенсәлеге – ошонда уҡ “Атайсал – Бөрйән ере” китаптар күргәҙмәһенең ойошторолоуы. Күргәҙмәлә Бөрйән районында тыуып-үҫкән яҙыусы-шағирҙарҙың шиғырҙары тупланған. Ошонда уҡ "Китап" нәшриәте башҡорт китаптарын һатыуҙы ойошторһа, Бөрйән ҡыҙы Руфия Ханова үҙе етештергән башҡортса һөйләшкән уйынсыҡтарын тәҡдим итте.

Тәбиғәте генә түгел, тарихы ла, халҡы ла күркәм Бөрйәндең. Ошо тарихтың һәр мөһим битен, халҡының һәр кешеһен ташҡа теркәүе, тимәк мәңгелектең үҙенә тоташтырыуы менән әһәмиәтле – ул Бөрйән ра йонының энциклопедияһы. Ә уның исем туйының гөрләп уҙыуы яҡташтарҙың берҙәмлеге, үҙ-ара татыулығы хаҡында һөйләй.

Айгөл Йәмилева-Ғәбитова, Бөрйән яҡташтар берлегенең матбуғат һәм медиа бүлеге.

Фотолар Башҡортостандың Милли китапханаһы сайтынан.

Бөрйән яҡташтар берлегенең матбуғат һәм медиа бүлегенән фотолар: https://vk.com/albums-220006591
Ссылка на источник
💥Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы ултырышында Әбйәлил районының "Йәйғор" берекмәһе ағзалары Мухаметьяр Магасумов Айсылу Хасанова Әнисә Махийәнова-Галина шиғри ҡулъяҙмалары тикшерелде.
💥Миляуша Кагарманова Тамара Юлдашева Ахмер Гумер-Утябай Таңсулпан Рәсүл Фануза Биктимерова Айзиля Муртаева ҡәләмдәштәренә фекерҙәрен еткерҙе. Әҙәби оҫталыҡ, талаптар, образлылыҡ, шиғыр техникаһы, тормош философияһы, әҫәрҙең теле, ерле һөйләште урынлы ҡулланыу хаҡында һүҙ барҙы йәнле һөйләшеүҙә. Ижадсыларҙың баш ҡаланан киләсәктә тағы ла дәртләнеп ижадҡа тотоноуҙарына, сәм алып ҡайтыуҙарына ышанып таралышты ҡәләмдәштәр.
💥Ҡулъяҙмаларҙы ҡайтанан ҡарап сыҡҡандан һуң, нәшриәткә дөйөм йыйынтыҡта баҫып сығарырға тәҡдим итергә тип ҡарар ителде йыйылышта.

ГөлназҠОТОЕВА.
Фото Булат Маликов

#башҡортостанҡыҙы #башҡортостаняҙыусылары #башҡортостаняҙыусыларсоюзы #шиғриәтсекцияһы
Ссылка на источник
Атай, һине күрҙем... (Шиғырҙың тарихы)
Таңсулпан РӘСҮЛ

Атай, бөгөн һине төштә күрҙем,
Ҡыҙым, тиеп, миңә өндәштең,
Ғүмеремдә тәүге тапҡыр шул мәл
Күҙҙәреңә ҡарап һөйләштем.

Ышанмайым, һинме был, түгелме,
Ҡулдарыңды ҡат-ҡат һыйпаным,
Көлә-көлә ниҙер һөйләһәң дә
Ә үҙең бит өнһөҙ һыҡтаның.

Әйткән инең: Ныҡ бул әле ҡыҙым,
Бирешмә һин аҫау елдәргә,
Үпкәләмә, терәк була алмай
Инеп киттем ҡара гүрҙәргә.

Өндәшмәйем, тик һин генә һөйлә,
Ғүмер буйы һүҙең һаҡлармын,
Ташланырмын ажғыр бурандарға
Ҡулдарыңдың тойоп йылыһын...

Был шиғырым "Башстатус" (https://vk.com/wall-21462612_93669) төркөмөнә, бер-нисә йылдан һуң, тағы бер тапҡыр баҫылғандан һуң, тағы кешеләрҙән күп мөрәжәғәт алдым... Башлыса рәхмәт һүҙҙәре, күңелдәрендәгеләре тураһында... Эйе, йөрәктән сыҡҡан - йөрәккә етә, тиҙәр...

Ваҡыт үткән һайын бөтә нәмә үҙгәрә, яралар ҙа, уңалмаһалар ҙа иҫкерәләр...уйҙар-фекерҙәр ҙә, тормошҡа ҡараш та үҙгәрә...хатта кешеләр ҙә... Әммә минең тыумышым ғына үҙгәрмәй, яҙмышыма яҙылған яралар ғына үҙгәрмәй, атайыма булған мөхәббәт кенә үҙгәрмәй...яралы мөхәббәт...

Миңә ысынлап та, бала сағыма ҡарағанда ла, хәҙер ҡыйыныраҡ...Миңә хәҙер нығыраҡ етмәй атай һүҙе, атай йылыһы...

Мине бала сағымда насарлыҡтарҙан яҡлашыусыларҙы иҫләмәйем, ағайҙарым да яҡлашып йөрөмәне...мәктәптә уҡығанда малайҙарға ҡаршы һуғыша инем, хатта ҡайһылары минән ҡурҡып тора торғайны...үҫмер сағымда тағы ла ауырыраҡ булды..миңә ысынлап та яҡлашыусы, терәк булырҙай һүҙҙәр, таяныс кәрәк ине...15 йәшемдә Өфөнөң һыуыҡ төндәрендә, ҡайҙа барырға урын тапмағанда, кемгә барып баш терәргә белмәгәндә, аслыҡтан ашҡаҙаным ҡурышҡанда, жд вокзалының һалҡын тәҙрәләренән ҡайнар күҙ йәштәрем аға ине... Бер нәмәне аңлай инем шул саҡ: Атайым булһа мин бындай хәлгә етмәҫ инем, атайым булһа мин жд вокзалында ҡунып йөрөмәҫ инем, тамағым туҡ, ә иң мөһиме күңелем бөтөн булыр ине...

Бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡас, таҙа намыҫ менән, яратҡан кешемә кейәүгә сыҡҡас, барыһы ла артта ҡалды, хәҙер мине яҡлашыусы бар, тип тынысланып ҡалдым...хәйер, минең кеүек урам балаһын бик рәнйетә алыусы ла юҡ ине инде утыҙ йәшемә ҡарай...Әммә, тормош булғас барыһы ла була...ирем менән аңлашылмаусанлыҡтар булһа, шундуҡ аңлашабыҙ ҙа, ярашабыҙ ҙа ул...әммә, ҡыйын саҡтарҙа, төн уртаһында, атайымды уйлайым да илайым...был юлы төнгө Өфөгә үҙемдең йылы өйөмдөң, йылы тәҙрәһенән ҡарайым...ҡайҙалыр төнгө ҡала буйлап өшөгән, асыҡҡан, тормоштан төңөлгән, минең 15 йәшлек сағым аҙашып йөрөйҙөр кеүек, кешеһеҙ төнгө Өфөнөң ситенән жд вокзалға ҡарай, үҙен көсләргә теләгән таксист ҡулынан ысҡынып егерме ике йәшлек йәш сағым йүгерәлер кеүек...

Атайһыҙлыҡ мине көслө итте был тормошта...әммә, шулай ҙа, атайһыҙлыҡ мине көсһөҙ ҙә итте...Мин бер ҡасан да дуҫтарыма, хатта бала саҡ дуҫыма күңелемдә нимә бар, асылып һөйләп бөтмәй торғайным...хәҙер ҙә һөйләмәйем...әсәйем, бер туғандарым, башҡа туғандарым менән дә аралаша алмайым...үҙем ғаиләле булғас, балаларым булғас аралашып, бергә йәшәргә кәрәктер бәлки...әммә минең күңел торошом шулай...атайһыҙлығым мине улар алдында көсһөҙ итте...атайһыҙлығым уларҙан айырҙы... Күңелемдең төпкөлөндә, бик тәрәндә үҙем дә әйтеп аңлата алмаған бер рәнйеү ята...хатта кемгә ҡарата икәнен дә белмәйем...мин был рәнйеүҙе ҡуйыртып йөрөмәнем, хатта ҡайһылыр ваҡыт уны ебәрҙем дә, онотолдо ла буғай...әммә һуңғы арала өлөшөмә төшкән был рәнйеүҙең бик тәрәндә һаман, яраларҙы өйкәп ятҡанын аңлайым...бәлки, ана, шул бала саҡтағы, үҫмер, йәш саҡтағы күргәндәрем өйкәп торалыр был рәнйеүҙе...

Ошо урында, был шиғыр тураһында, уның тарихы тураһында һорашҡан, минең турала белмәгән яңы кешеләргә яҙып үткем килә.

Мин ғаиләлә атайымдың һигеҙенсе балаһы булып тыуғанмын, үҙе үлгәс...ул үлгәндә мин әсәйҙең ҡарынында ҡалғанмын...утыҙ өс кенә йәшендә ете бала менән, һигеҙенсеһенә ауырлы булып ҡалған әсәйҙең, әлбиттә, үҙ хәле үҙенә саҡ булғандыр инде...мине тапмаҫҡа уйлаған, әммә ауырып, үлем өҫтөндә түшәктә ятҡан атайым төшөртмәҫкә, мине табырға ҡушҡан...шулай һәҙиә булып мин тыуғанмын...әсәй фермала һауынсы булып эшләне, һигеҙ баланы аяҡҡа ла баҫтырырға кәрәк бит...мин дә, башҡа туғандарым менән фермала, йәйҙәрен йәйләүҙә үҫтем...Шуға ла, яратыу һүҙе түгел, яҡшы мөнәсәбәттәр ҙә әсәйҙән беҙгә эләкмәне лә, беҙгә лә ул хәтлем кәрәкмәгән булған буғай...һәр хәлдә миңә кәрәкмәгән, бала саҡта уны аңлайһыңмы инде...хәҙер генә ирем менән яҡшы мөнәсәбәтебеҙҙе, балаларыма атайҙарының мөхәббәтен күрәм дә, бала сағымда минең өсөн иң ҙур бәхеттең ауырымай ғына, тамағым туҡ булып, йоҡлар өйөбөҙ булғанын аңлайым...

Шулай, бер генә тапҡыр булһа ла атайымды күрергә, бер генә тапҡыр, төшөмдә генә булһа ла "Атай" тип үҙенә әйтергә ине тигән хыял менән үҫеп еттем...һәм үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр, ун туғыҙ йәшемдә, тәүге тапҡыр төшөмдә күрҙем... Ул саҡтағы тойғоларым, тетрәнеүҙәрем..хәҙер ҙә, ун дүрт йыл үткәс тә, иҫкә төшһә бөгөнгөләй кисерәм шул төшөмдө, тетрәнеүҙәремде...

Был шиғырымда шул тәүге күрешеүебеҙ тураһында һүҙ бара...

Ә инде был төш тураһында бер-нисә йыл элек "Шоңҡар" журналы баҫтырғайны...Мөмкин уҡырға...һәм хәтирәләрегеҙ, кисерештәрегеҙ менән бүлешергә... Әммә, мин ҡайһы бер кешеләрҙең минең атайыма булған мөнәсәбәтемде ҡуйыртып, бысратырға тырышыуҙарын ҡабул итмәйем... Был минең атайым, минең генә тойғоларым, минең генә ҡайғыларым, минең генә яраларым, атайым һәм яҙмыш миңә генә ҡуйған хаҡ, һынауҙар...Былар минең яҙмышымдың иң изге, иң ҡәҙерле булған хистәремдең береһе...

Юҡҡамы һуң, бәхетле ғаилә ҡороп, бәхетле йәшәп киткәс тә төн уртаһында уянып тәҙрә төбөнә баҫам... Әллә үткәндәрем ала йоҡомдо, әллә төшөмә тағы бер тапҡыр булһа ла атайым инмәҫме тип көтәм...

Таңсулпан Рәсүл
Ссылка на источник
Бынан алдағы яҙған постҡа ҡарата, үҙемдең позициямды, ФЕКЕРЕМДЕ белдереп үтеүҙе кәрәкле һанайым һәм кемдәр минең менән килешмәй, юлдарыбыҙға айырылышыр мәл етте...

Мин сит илдә йөрөгәндә Төркиәнән бер дуҫым булды. Өлкән ир кеше, үҙе эшҡыуар, ҡыҫҡаһы, аҡыл ултырған кеше инде. Мин төрөк теленән практика өсөн уның менән аралаштым, үҙе русса, Башҡортса белмәне, ватсап аша, аудиояҙмалар аша төрөксә аралаштыҡ, йоҡонан торғандан алып, йоҡларға ятҡанға тиклем уның менән аралашҡас, бик яҡын дуҫым булғаны аңлашыла. Шул ваҡыттар Ҡырым ваҡиғаһы сыҡҡас, ул Рәсәйгә ҡаршы ҡапыл киҫкен фекерҙәрен белдерҙе, хәйер, минең мәрйә түгел, ә Башҡорт, Тыуған ерем Башҡортостан һәм мин дә төрки халыҡтар ҡәүеменән икәнемде белһә лә... Ә уның Рәсәйҙе яманлап әйткән һүҙҙәре минең намыҫыма тейҙе. Мин Тыуған илемде яҡлап уға ҡаршы сыҡтым. Һөҙөмтәлә беҙ ныҡ ҡына ирештек, хатта мин уның менән бөтә бәйләнеш ептәрен өҙҙөм. Бер аҙҙан бөтөнләй Рәсәйгә ҡайтып киттем. Хәйер, ул ваҡыт Ҡырым ваҡиғаһы булмағанда ла әле, Түркистанда уҡыған бөтә Төрки халыҡ йәштәре Рәсәйлеләргә ҡырын ҡарағандары һиҙелә ине...йәнәһе бөтә алкаштар, фәхишәләр Рәсәйҙә, бөтә этлек Рәсәйҙән сыға, урыҫтар мосолман булмағастары ниңәлер уларҙы бигерәк иманһыҙ итеп күҙ алдына килтерәләр ине. Хатта урындағы ҡаҙаҡтар үҙҙәренең бөтә насар холоҡтары, уңышһыҙлыҡтарын да Рәсәйгә япһаралар, уны яманлайҙар ине. Мин, әлбиттә, үҙемде Башҡорт итеп таныттым, әммә Рәсәйҙе яманлаһалар, бер ҙә уларға ҡушылып яманлап ултырманым. Сөнки Башҡортостан Рәсәй эсендә урынлашҡан, Рәсәй минең Тыуған илем. Ә Тыуған илемде башҡалар яманлағанда яҡлашмаһам һатлыҡ булыр инем кеүек. Берҙән аңланым, Рәсәйҙе ни тиклем күрә алмайҙар - ул шул тиклем көслө һәм алдынғы ил икәнен.

Теге дуҫым менән дә шулай айырылышып ҡуйҙыҡ. Күп тә үтмәй мин Башҡортостанға ҡайтып йәшәй башланым. Эшкә төштөм, кейәүгә сыҡтым, бер-нисә йыл ваҡыт үтте минең ситтән ҡайтыуыма.
Шулай, бер ваҡыт сит илдә саҡта асып, аҙаҡ ташлап ҡуйған инстаграммдағы аккаунтыма инергә булдым, адрестарын, паролдәрен үҙгәртеп, иҫләп саҡҡа инстаграмға инһәм, күп тә үтмәй теге Төрөк дуҫымдың мине кире табыуға ҡыуаныслы хәбәре килеп төштө. Ул хат, һуң булһа ла минән ғәфү үтенгән, һәм минең менән ризалашыуҙан ғибарәт ине. Минең сит илдә йөрөгән ҡыҙ бала ғына булыуыма ҡарамаҫтан, ҡурҡмай үҙ фекеремде әйтеп, Тыуған илемде яҡлап тасма-тас сәсрәп ирешеүем, киреһенсә унда миңә ҡарата хөрмәт тойғоһо уятҡанын, минең илһөйәр булыуым өсөн ғорурланып, артабан да дуҫ булып ҡалырға саҡырған ине. Ғаиләм өсөн ҡыуанып, иремде, малайҙарымды һорашып ҡына торҙо, ҡунаҡҡа ла саҡырыштыҡ та, әммә осраша ғына алманыҡ. Спец.операция башланды, тиҙҙән тағы инстаграммда ла йыш ултырып булмай башланы, әммә ул дуҫым, был юлы уның турала бер һүҙ ҙә өндәшмәне... Сөнки, минең фекеремде белә һәм үҙгәртмәҫемде лә белә инде.

Ошо тарихтан сығып, ҡайһы бер кешеләргә өндәшкем килә, ә һеҙҙең Рәсәйҙән башҡа тағы илегеҙ бармы? Әгәр Европаға, Америкаға ышанып Рәсәйҙе тар-мар итергә тырышһағыҙ, һеҙ Рәсәйҙән башҡа кемгә кәрәк? Әгәр, Аллам һаҡлаһын, әлбиттә, бөгөн Ҡаҙағстан яғынан бәреп инһәләр, йәки Өфө уртаһына бомба һелтәһәләр һеҙ ил президенты, республика башлығына ҡотҡар, тип түгел, Америка беҙҙе ҡотҡар, тип йүгермәксеһегеҙме? Рәсәйҙә тыуып-үҫтек, Рәсәйҙә кеше булдыҡ, Рәсәй эшен бирҙе, Рәсәй ашын бирҙе, балаларыбыҙға күпме пособиелар бирҙе, пенсия хаҡы менән күптәрегеҙ килешмәһә лә, пенсия алаһығыҙ, өйҙәрегеҙ йылы, утығыҙ бар, газығыҙ бар, йәшәү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар (башҡа бик күп илдәр менән сағыштырғанда!!!), федераль ҡаҙнанан, республика ҡаҙнаһынан күп субцидиялар, программалар ярҙам итеп тора, Башҡортса һөйләшһәгеҙ бер кем дә ауыҙығыҙға һуҡмай, бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс тоймай ғына йәшәнегеҙ ошоға тиклем, бөтә хәүефһеҙлегегеҙ тәьмин ителгән... Һеҙҙе ошо Ил кеше итеп йәшәтмәйме ни? Хәйер, һанай китһәң яҡшы яҡтары ла күп икән дәүләтебеҙҙең...Эйе, әлбиттә, насар яҡтары ла бар, проблемалар етәһе...Дәүләт, республика етәкселәре менән килешмәгән саҡтарыбыҙ ҙа бихисап. Әммә, былар барыһы ла беҙҙең дәүләт эсендәге, республика эсендәге проблемалар, етәкселек менән үҙ-ара хәл итәһе мәсьәләләр. Әгәр бөгөн беҙ, унда ҡайҙалыр малдарыбыҙҙы яндырып бөттөләр тип, ҡайҙалыр алтын ятҡылыҡтарын ситтәргә бирҙеләр тип, ҡасандыр изге тауҙарыбыҙҙы тартып ала яҙҙылар тип, европа һәм америка ҡотҡоһона бирелеп үҙ-ара, Рәсәй эсендә ыҙғыша башлаһаҡ, күптән Рәсәй өсөн ҡыҙышҡан сит мәмләкәттәргә беҙ уңышлы трофей ғына буласаҡбыҙ... Күп кеше бөгөнгө көндә бер-береһенең ҡотҡоһона тиҙ бирелә, ватсап, телеграмм каналдар аша бер-береһенә нимә генә таратмай. Хөкүмәтте, башлыҡтарҙы нисек кенә тетеп һалмайҙар...йылы өйҙәрендә, диванда ғына ятып әлбиттә...🙂 Күренеп тора етәкселәрҙе яратмайһығыҙ, әммә кеше бөгөн бер-береһен, үҙ туғанын яратмай, һәр ваҡыт нимәнелер яманларға, кемделер тик әрләргә, ғәйепләргә, һөйләргә тотоноп китәләр...ғөмүмән, бөгөн кеше шулай мыжырға, негатив белдерергә ғәҙәтләнеп бөткән, бер-береһенә эйәреп... Шөкөр итеүселәр һирәк бөгөн ошо йәшәү шарттарыбыҙҙан, ошо яҙмышыбыҙҙан. Яҙмыш тигәндәй, һис шикһеҙ беҙҙең яҙмышыбыҙ Тыуған илебеҙҙең яҙмышы менән бәйләнгән...Ул еңеүсе була икән, беҙ бөтәбеҙ ҙә еңеүселәр, ул хурлыҡҡа бата икән - бергәләп... Бөгөн күп яҡташтар Украинаны яҡлап, Рәсәйҙе һүгә... Ә ысынында уның дөрөҫөн кем белә инде...🙄🤷‍♀️ Мин үҙем бер ниндәй ҙә халыҡ, ауыл, таныштар, фекерҙәштәр чаттарында ултырмайым, телеграмм каналдарға яҙылмағанмын, баламдың садик чаты, эш буйынса бер-ике чаттан башҡа, хатта бер туғандар, башҡа туғандар чатында ла ултырмайым... Шулай, күп фейк хәбәрҙәр, ҡотҡоларҙан арыраҡ булырға тырышам...сөнки уларҙың дөрөҫ хәбәр икәнен кем белә? Ә үҙемдең фекерем шунан ғибарәт: беҙ Украина менән түгел, ә европа, америка менән һуғышабыҙ. НАТО, ЕС, башҡа төрлө халыҡ-ара ойошмалар күптән беҙгә ҡанығалар...һәм һис шикһеҙ, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе яҡларға тейешбеҙ, берҙәм булып. Сөнки беҙҙең Тыуған илебеҙ берәү. Унан яҙһаҡ беҙ кемгә кәрәк? Ят ярлыҡамай, үҙеңдеке үлтермәй, тиҙәр, үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтарҙы, килешмәүҙәрҙе ситкә ҡуйып тороп, ошо килеп сыҡҡан афәттә Тыуған илгә терәк булырға кәрәкмәйме икән? Тағы ла, Рәсәй фашистар һымаҡ сит илде баҫып инде ти ҙә ҡалалар...минеңсә, на опережение эшләүе дөрөҫтөр, чем ҡасандыр натоның ракетаһы Мәскәүҙең уртаһына килеп төшөп өлгөргәнсе... Ә инде, ҡасандыр һәм ҡайһы тирәләлер Рәсәй хаҡлы түгел икән, мин уның ошо хаҡһыҙлығын, бәлки позорын бергә кисерәсәкмен...сөнки мин уның лайыҡлы гражданы, мин уның балаһы, уның яҙмышы - минең яҙмышым. Ҡайһы саҡта хөкүмәткә үпкәләүҙәрем булһа ла, ул миңә эшен бирҙе, ашын бирҙе, кеше хоҡуҡтары бирҙе, ике улымдың да кеше булған, Тыуған ере ошо...хатта балларым өсөн пособие алмаһам да, улар ошо илдең лайыҡлы граждандары булып, хоҡуҡлы булып үҫәсәк...🙏

Әммә, Рәсәй яҡлы булыу ул Һуғыш яҡлы булыу тигәнде аңлатмай. Мин Украинала барған спец.операция менән килешмәйем, тиҙерәк бөтһөн ине, милләттәштәребеҙ, яҡташтарыбыҙ, улдарыбыҙ, ирҙәребеҙ унда китмәһен ине тип теләйем. Имеш ҡайһылыр "аҡыллыларҙың" әйтеүенсә, әгәр һин Рәсәй яҡлы булһаң - тимәк һуғыш яҡлы булаһың...Юҡ, һис юҡ, мин Һуғыш яҡлы түгел, әгәр Путин 21 февралдә миңә шылтыратып: Таңсулпан Рәсүл, Украина менән һуғыш башлайыҡмы? - тип һораһа, мин, әлбиттә генә юҡ тиер инем...😄 Инәһен уҡытып шул һүҙҙәре өсөн тәүбә иттерер инем. Әммә, минән һорап торманылар шул...🙄 Әммә был минең Һуғыш яҡлы тигәнде аңлатмай, был Рәсәй яҡлы булмаҫҡа кәрәк тигәнде лә аңлатмай... Һүҙ аҙағында шуны әйткем килә: Үҙ илеңде яратырға кәрәк...Үҙ халҡыңды яратырға кәрәк... Йөрәгеңдә Тыуған илеңә, халҡыңа ҡарата мөхәббәт булмаһа, һин ниндәй кеше?

...һәм тағы, күптән инде, халыҡ араһында, 21-се йылғы аслыҡтан беҙҙе американдар ҡотҡарҙы, тигән хәбәр йөрөй, уға ҡушып Америка яҡшы, Рәсәй насар, тип ҡуйыртып тороп ебәрәләр етмәһә... Әммә бер ил дә, бер халыҡ-ара ойошмалар ҙа үҙ-ара килешмәйенсә, пландар ҡормайынса, тота килеп нимәлер эшләп йөрөмәйҙәр...улар араһында, беҙ ябай халыҡ белмәгән-күрмәгән ҡағиҙәләр, килешеүҙәр, хоҡуҡтарын һаҡлауҙар, рөхсәт булған-булмаған нәмәләр хаттин ашҡан. Һеҙ уйлайһығыҙ, 21-се йылда, Америка президенты Гувер просто тота килгән дә Башҡорттарҙы килеп ашата башлаған? Рәсәй сиген үткәндә, ҡайҙа бараң, тигәс, Башҡорттарға бырып ярҙам итеп киләм, һеҙ ярҙам итмәйһегеҙ икән, Башҡорттар миңә кәрәк, тип, просто ғына үткән дә киткән тип уйлайһығыҙмы? Ысынында бит, аслыҡ башланғас Совет хөкүмәте рөхсәт бирә, "Америка хакимиәте ярҙамы" ойошмаһына. Килешеү буйынса, Беренсе бөтә донъя һуғышында бәлә-ҡаза күргән илдәргә ул ойошма ярҙам күрһәтергә тейеш була. Ә имеш кемдер әйтеүенсә американдар үҙҙәре шулай изгеләр...🙄
Хәйер, бының хаҡта үҙегеҙ ҙә, фотолағы тарихи китаптың скринынан уҡый алаһығыҙ...һәм уйлана алаһығыҙ, һеҙ ҡайһы илдең балаһы, һеҙ кемгә нығыраҡ кәрәк?

#МинеңФЕКЕР
#ТыуғанИлХаҡы #ИлемРәсәй #РәсәйӨсөн #Илһөйәрлек

Таңсулпан Рәсүл яҙмаһы мин уның мн килешәм.
Ссылка на источник
Матурым Булат Йосоповтың киномәктәбендә режиссерға уҡып сыҡты! 13-сө июль көндө "Родина" кинотеатрында үҙе төшөргән ҡыҫҡа метражлы фильмдың премьераһы булды. Фильм "Һуңғы туҡталыш" тип атала, сценарий авторы һәм режиссеры Таңсулпан Рәсүл үҙе 😁

#ТаңсулпанРәсүл #Байтимерова
#ҺуңғыТуҡталыш
Ссылка на источник
...Как я недоглядела этого драматического актера, глубокого, как учалинские озера, крутого, как гора Иремель, трагикомического, как... Как может только он - Ришат Сулейманов!
А ведь я гораздо раньше позвала его на роль в ситкоме, но в массовке...
А вот проницательная Таңсулпан увидела в нем настоящего актера и не ошиблась!
На первом фото - Ришат в роли рокера в нашем ситкоме "Домочадцы".
На других - фото с дебютного короткометражного фильма "Последняя остановка" с показа в кинотеатре "Родина". Ришат в роли Отца.
Видео не снимала - это право автора.
Ссылка на источник
*Таң* гәзитен уҡып үҫкән кеше булараҡ, әле лә уның яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып торам, һәр һанын тигәндәй күҙәтеп барырға тырышам. Райондағы хәл-ваҡиғалар менән дә нәҡ уның аша танышам.
Йәш замандашым, яҡташым, шағирә Таңсулпан Рәсүл , баҫма башлап ебәргән *Илһөйәрлек* акцияһына ҡушылырға өндәп, гәзиткә яҙылыу буйынса эстафетаны миңә тапшырғас, ҡыуанып ҡабул иттем.
Ә үҙем уны Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғылағы филиалы етәксеһе, илһөйәр һәм телһөйәр яҡташым, төркөмдәшем Тансылу Сәхәүетдиноваға тапшырам.
Әйҙәгеҙ, райондаштар, дәррәү генә ҡушылайыҡ был изге эшкә.
Ссылка на источник
#Матбуғат #Таң_гәзите #подписка
ТАҢСУЛПАН, ЛИЛИӘ, ГӨЛФИНӘ ЯҘЫЛҒАН “ТАҢ”ҒА! Ә ҺЕҘ?

“Таң” гәзитенә яҙылыу буйынса акция иғлан итеп, райондан ситтә йәшәгән бөрйәндәргә, район гәзитенә онлайн яҙылырға саҡырып, сәләм-хаттар ебәргәйнек. Район тормошона битараф булмаған яҡташтар барлығы ҡыуандырҙы. Иң беренсе беҙҙең саҡырыуҙы Өфөнөң Зубово ҡасабаһында йәшәүсе Яңы Собханғолдоң рухлы ҡыҙы, коллегабыҙ, шағирә Таңсулпан Рәсүл күтәрмәләп алды! Унан “эстафета таяғын” ары тапшырҙы. Зубовола йәшәүсе Псәнчиндар (Данияр һәм Лилиә) яҙыла һалып, шулай уҡ баш ҡалала төпләнгән Салауатовтарға (Илнар һәм Гөлфинә) тапшырған.

✅Шулай итеп, “Таң” дәртле, әүҙем, илһөйәр йәштәр арҡаһында баш ҡаланы ла яулай башланы.!
Ҡәҙерле дуҫтар! Был акцияға, Таңсулпан, Лилиә, Гөлфинәләр кеүек, һеҙ ҙә ҡушыла, туғандарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы яҙылырға саҡыра алаһығыҙ. Бына ошо хат-сәләмде ебәрергә мөмкин:

👉🏻 “Хөрмәтле райондан ситтә йәшәүсе бөрйәндәр, ҡәҙерле райондаштар!
Барығыҙға ла мәғлүм, әлеге ваҡытта ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу бара. Бөрйән районының берҙән-бер матбуғат баҫмаһы булып, райондың йылъяҙмаһы ролен үтәүсе “Таң” гәзитенә лә яҙылыу дауам итә.
Интернет, шәп кеҫә телефондары барлыҡҡа килеү ҡағыҙ форматтағы мәғлүмәт сығанаҡтарының бәкәленә һуға – тираждар кәмей, халыҡ һәлкәүерәк яҙыла.

✅ Гәзит ҡағыҙ вариантта ғына түгел, электрон форматта ла сыға. Уны социаль селтәрҙәге “Таң” гәзите төркөмө менән бутарға ярамай – унда гәзиттә баҫылған мәҡәләләрҙең 30 процент ҡына тирәһе, унда ла өҙөкләп йәки анонс рәүешендә генә ҡуйыла.

Бөрйәндә тыуып-үҫеп, ситтә йәшәүсе райондаштарыбыҙҙы район патриоттары булып ҡалырға өндәйбеҙ һәм “Илһөйәрлек” тигән акция иғлан итәбеҙ.
Уның шарты ябай ғына – “Таң”дың электрон вариантына яҙыла һалып, “эстафета таяғын” берәй райондашығыҙға тапшыраһығыҙ.
“Таң”дың ҡағыҙ вариантына ярты йылға яҙылыу хаҡы 944 һум 70 тин булһа, электрон форматына яҙылыу 570 һум ғына!
Һеҙҙән беҙгә гәзитте ебәрергә электрон адресығыҙ һәм түләү тураһында квитанцияғыҙҙың күсермәһе генә (8 905 354 44 95 телефоны буйынса онлайн түләргә лә мөмкин, Розалия Равиловна булып сығырға тейеш) кәрәк була.
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, райондаштар!”
#ТаңГәзите #ИлһөйәрлекАкцияһы #МатбуғатҡаЯҙылыу #ҺинДәҠушыл #ТаңГәзитенәЯҙыл
Ссылка на источник
Таңсулпан Рәсүл:
Берегеҙҙән-берегеҙ хөрмәтлерәк яҡташтарым!😊

Үҙебеҙҙең Тыуған районыбыҙҙың берҙән-бер рух сығанағы һәм күңел аҙығы булған "Таң" гәзитенә лә мөхәббәтебеҙҙе белдерер ваҡыт етте...😉😁

Гәзит хеҙмәткәрҙәре иғлан иткән, Бөрйән районынан ситтә йәшәүсе яҡташтарҙы берләштергән, "Илһөйәрлек" акцияһына һәммәгеҙҙе лә ҡушылырға саҡырам!

Мөхәббәт - ул ике яҡлы була!😁😄 Беҙ, ғәҙәттә, республика гәзитенә яҙылдырғанда, элекке баш мөхәрриребеҙгә эйәреп, яҙылыусыларыбыҙға шулай тип әйтә торғайныҡ...😄 Ысынында бит, беҙҙе, ситтә йәшәүселәрҙе тап ошо "Таң" гәзитебеҙ күреп, белеп, танып, уңыштарыбыҙға һөйөнөп, ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашып, йәшәйешебеҙҙе күҙәтеп һәм яҡтыртып, һәр кемебеҙ өсөн ҡыуанып йәшәй! Тимәк, беҙгә лә уға мөхәббәтебеҙҙе белдерергә, уны һаҡларға, яҡларға һәм ҡыуандырырға ваҡыт етте!

Мин иһә, гәзиттең электрон вариантына үҙем яҙылдым һәм электрон почтама яңы һанды ырғытырҙарын зарығып көтә-көтә, артабан яҙылһындар өсөн, эстафета таяғын, хеҙмәттәшем, "Башҡортостан" гәзитенең алыштырғыһыҙ корректоры Әҡлимә апай Рәхимоваға һәм, яҡташтарым ғына түгел, хәҙерге ауылдаштарым Псәнчиндәр ғаиләһенә тапшырам!

Яҙылыу өсөн:

☝ "Таң" гәзитенең реклама бүлегенә, йәғни, 8 905 354 44 95 ошо номер буйынса Розалия Равилевна И.-ға 570 һум күсерергә.

☝ Күсергәндән һуң квитанцияғыҙҙы һәм гәзит килә торған Электрон почтағыҙҙы "Таң" гәзитенең ВК-лағы төркөмөнөң шәхси хәбәрҙәренә, йә [email protected] электрон адресына, бик булмаһа өлгөр һәм хәстәрлекле хәбәрсеһе Таңһылыу апай Баһауетдиноваға ебәрергә.

☝"Илһөйәрлек" акцияһына ҡушылыр өсөн эстафетаны артабанғы илһөйәр яҡташығыҙға тапшырырға.

☝...һәм дә "Таң"дың яңы һаны килеүен минең һымаҡ зарығып көтөргә генә кәрәк! 🤗😄😄

Гәзитебеҙҙең девизы ла бит: Имен таң - көнгә ҡеүәт! "Таң"ыбыҙ имен-һау, оҙаҡ йәшәһен ине! Берҙәм булып, бергә булып, бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп йәшәһәк ине, яҡташтарым! 😊🙏✊

#ТаңГәзите #ИлһөйәрлекАкцияһы #МатбуғатҡаЯҙылыу #ИлһөйәрБайтимеровтар #ТаңсулпанРәсүл #ҺинДәҠушыл #ТаңГәзитенәЯҙыл 😉😁

P.S. Гәзиттең төркөмөнән матур ғына фотолар алып торғайным, моғайын ғына, гәзиттең алыштырғыһыҙ фототөшөргөсө Булат ағай Тимерғәлиевтың фотолары...😁

Таңсулпан Рәсүл
Ссылка на источник
ЗУБОВОла йәшәүселәр бармы? Ярҙам кәрәк!
_________________

Ураҙа айы бөтөп килгәндә генә, түҙмәй, ғаиләбеҙ менән бергәләп, йөрәкте әрнеткес мәсьәләгә ҡарата бәхәскә инергә тура килде.

Эш шунда, Зубов ауылының беҙ йәшәгән Гарден ҡаласығында яңы мәктәп, уның янында Балалар баҡсаһы асылғайны. Ул Баҡсала 8 рус төркөмө асылып, бер бөртөк тә Башҡорт төркөмө юҡ ине. Башҡорт балалары бер төркөмлөк йыйылһа ғына асабыҙ, тип һуҙып йөрөнөләр башта. Нисек инде Башҡортостандың төрлө Башҡорт райондарынан килеп төпләнгән Өфө районында исмаһам 25 бала йыйылмаһын?! Был осраҡта Башҡорттарҙың мәшәүлеге һәм балаларын маңҡортлаштырырға теләгән теләктәре ҙур роль уйнаны. Ошо Гарден, Лайф 2 ҡаласыҡтары туп-тулы Башҡорттар булып та, ҡултамғалар йыйып, райондың мәғариф идаралығына барып, барыбер балалар тулмай, тип, мәктәп директорынан беҙгә шылтыратып, беҙ әҙерәк көтөп торорға үтенеп, саҡҡа-саҡҡа 30-ға яҡын бала табып ошо Башҡорт төркөмөн астырғайныҡ. 7 рус төркөмө араһында берҙән-бер Башҡорт төркөмө!..Унда ла төрлө йәштәгеләр бергә, йәғни, 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар бер төркөмдә...Улдарыбыҙ өсөн ҡыуанып шул төркөмгә өлкәнен йөрөтә башланыҡ. Тора-бара балалар һаны 40-ҡа етте. Ә башҡа рус төркөмдәрендә 50-55-шәр бала. Тик нишләптер барыбер, һуңыраҡ килгән, теләк белдергән Башҡорттарҙы 40-кешелек Башҡорт төркөмөнә алманылар, ә 53-55 кешелек рус төркөмдәренә тараттылар. Ә урыҫ исем-шәрифле, Башҡортса бөтөнләй аңламаған балаларҙы беҙгә тыға башланылар... Был кемдең ундай сәйәсәте булғандыр, уныһы беҙгә ҡараңғы, әммә баштан уҡ, Башҡортса аңламаған Башҡорт балалары арҡаһында төркөмдә тәрбиәселәргә ике телдә һөйләргә ҡуштылар. Быны мин шунан белдем, уҡыу йылы башында русса беҙҙең кеүек бер-ике ауыҙ ғына һүҙ белгән Ихтияр улыбыҙ, Баҡсала бөтә күргән-ишеткәнен, апайҙары нимә тип өйрәткәнен русса шыма һөйләй башланы. Тәрбиәселәренән Башҡортса һөйләшеүҙе талап иттек, уларҙың да ғәйебе юҡ инде, уларға өҫтән, ике телдә һөйләргә ҡушҡандар!🤦‍♂ Нисек инде улар көнө буйы балаларға: "Һаумыһығыҙ" - "Здравствуйте", "Идем кушать" - "Ашарға киттек", "Идем на улицу" - "Урамға сығабыҙ" тип һөйләп йөрөй алһындар, етмәһә ул осраҡта барыбер тик русса әйтелгәне генә һеңәсәк балаға, Башҡортса берәй һүҙ әйтһәләр, быныһын аңламаным, русса әйткәнен көтәйем, тип торасаҡ бала. Күп балалар былай Башҡортса аңлаһалар ҙа, русса һөйләйҙәр ине инде, әммә Башҡорт төркөмө шуның өсөн асылған, балалар Башҡортсаға өйрәнһен өсөн, уҡыу йылы аҙағына ҡарай руссаға ҡарағанда Башҡортса күберәк һөйләй алһындар өсөн... Әммә, уҡыу йылы аҙағына еттек, һөҙөмтәлә, беҙҙең балалар нығыраҡ урыҫлашты. Ихтияр ябай ғына, эйе, юҡтарҙы ла, да, нетҡа алмаштырҙы... Шуны кисә кис, Азаматовичтың ваҡыты булғанда йөрәгем әрнеп һөйләп ултырғайным, бөгөн ул иртәнсәк Ихтиярҙы Баҡсаға алып барғанда, Баҡсаның мөдиренә ингән...Һәм: Нишләп беҙҙең балалар Башҡорт төркөмөнә йөрөп тә, русса тағы ла шымараҡ һөйләшә башланылар ул? - тигән һорауына, - ғаиләнән дә тора! - тигән яуап алған...🤦‍♂🤦‍♂🤦‍♂🤦‍♂ Әлбиттә, һис шикһеҙ, ғаиләнән тора...әммә башҡаларға ҡарағанда тап ошо тәрбиәсе һәм мөдир белә, беҙҙең, Байтимеровтар ғаиләһенең нисек ошо Башҡорт төркөмөн астырырға янып, директорҙар, идаралыҡтар араһында йүгереп йөрөгәнен, улар нығыраҡ белә, нисек Баҡсала Башҡорт мөйөшөнә ярты милли атрибутикаларыбыҙҙы күсергәнде, ниндәй милли бүләктәр бүләк иткәнде, Башҡорт Ҡыш бабайы булып, үҙебеҙҙең Башҡорт балаларына матур булһын өсөн ниндәй яңы Ҡыш бабай кейеме тапҡанды, төркөмгә "Аҡбуҙат" яҙҙырырға теләк белдергәнде, Башҡорт милли кейемдәре тектереү өсөн бағымсылар эҙләп янып йөрөгәнде, тап улар белә...һәм, уларса, имеш, беҙ өйҙә Ихтиярҙы үҙебеҙ русса өйрәтәбеҙ...Ҡайҙа бында логика?
Азаматовичтың, ни өсөн төркөмгә русса исем-шәрифле, русса ғына һөйләшкән-аңлаған балаларҙы ҡуша башланығыҙ, тигән һорауына, мөдир: Ә һеҙ урыҫтарға ҡаршымы? - тип әйтә ти...🤦‍♂🤦‍♂🤦‍♂ При чем беҙҙең урыҫтарға булған мөнәсәбәтебеҙ?! Бында һүҙ Башҡорт төркөмөндә тәрбиәләнеүсе Башҡорт балалары хаҡында түгелме, ҡағиҙәгә ярашлы унда Башҡортса һөйләшергә, уҡытырға тейештәр...Беҙ урыҫтарға ҡаршы түгел, беҙ, ғөмүмән татарҙарға ла, әрмәндәргә лә, ҡытайҙарға ла ҡаршы түгел ул, улай булғас, әйҙәгеҙ, Башҡорт төркөмөнә төрлө миләтте алып килеп тыҡһындар ҙа, улар аңлаһын өсөн, уларҙың төрлө телендә һөйләшһендәр?! 🤦‍♂ Баштан уҡ, мәғариф идаралығында, был Башҡорт төркөмөндә "Не изучение, а обучение на Башкирском языке" буласаҡ тип һөйләшелде бит инде, нишләп хәҙер, хатта изучение түгел, ә урыҫлаштырыу бара??? Был бәхәстең аҙағында аңлаштылар, әлбиттә, яңы уҡыу йылына, тик Башҡорттарҙың ғына балаларын ҡабул итергә, тип...Тәрбиәселәребеҙ ҙә тик Башҡорттар, матур итеп үҙ телебеҙҙә һөйләшә беләләр, әммә уларға бына шундай йөкләмә биргәндәр..тәржемә менән һөйләргә...🤷‍♀
Әммә, ошо урында миндә тағы бер һорау тыуа...☝ Төркөмдө астырғанда ҡултамғалар ҡуйған ҡайһы бер ғаиләләрҙең балалары урыҫ төркөмдәрендә йөрөй, быны нисек аңларға? Ошо ике ҡаласыҡта шабырҙап торған Башҡорттар, нишләп һеҙҙең балаларығыҙ рус төркөмдәренә йөрөй? Аңлайым, балағыҙҙы ҡайһы төркөмгә йөрөткөгөҙ килә, ул һеҙҙең хоҡуҡ...Әммә, Башҡорт теле бөтөп бара, тип мыжығандарға күбегеҙ ҡушылып мыжыйһығыҙ, күбегеҙ бюджетта эшләй, шуның арҡала төрлө милли, телгә ҡағылышлы сараларҙа ҡатнашып, милли кейем көндәрендә күкрәк киреп милли кейем кейгән фотоларығыҙҙы, диктант яҙған көндө, башығыҙҙы ғорур күтәреп яҙып ултырған, сертификат алған фотоларығыҙҙы, башҡа милли сараларҙан фотоларығыҙҙы интернет тултырып маҡтанып һалаһығыҙ, ә ҡайҙа һеҙҙең ысын милли рухығыҙ, ул һеҙҙең ҡайһы тирәләрегеҙҙә һаҡлана ул, ни өсөн балаларығыҙ рус төркөмдәрендә йөрөй? Ошо күпселек Башҡорттарҙан торған ҡаласыҡта тулыһынса булмаһа ла, исмаһам, 4 Башҡорт төркөмө, 4 башҡаһы булырға тейеш ине...ә бында, хатта бер төркөмгә лә беҙҙҙекеләрҙе тултыра алмай, башҡа милләтте ҡыҫтырырға, башҡа телдә һөйләштерергә мәжбүрҙәр...😔

Мин өмөтһөҙ ғәжәп итәм...
Әммә, беҙ еңелмәнек әле! Артабан да берҙән-бер Башҡорт төркөмөн урыҫлаштырыу барһа, алда беҙҙе Мәғариф идаралығы, Мәғариф министрлығы, Хөкүмәт идаралыҡтары тупһалары көтә...👊

Һеҙ беҙҙең менәнме?

Таңсулпан Рәсүл
Ссылка на источник
ХОРОША КНИЖКА К ОБЕДУ 😃

Ура! Айгиз Баймухаметов передал привет от талантливого и очень активного Саята Камшыгера - автора из близкого душе Казахстана (в Алма-Ате жила сестра бабули по маме и сейчас живёт ее сын с женой; в Актюбинске провел последний предвоенный год жизни мой прапрадед) ☀️ Наконец-то моя библиотека переводных книг "с личным участием" пополнилась очередным изданием (ждём теперь ещё один сборник уйгурского поэта из страны Абая) 👍

P.s. Также в переводах поэзии Саята приняли участие Татьяна Васильченко, Тансулпан Расуль, Гульнур Куватова, Тамара Искандерия и Ильгиз Ишбулатов. Издательство Рамиля Чурагула, 140 поэтических страниц ✍️

#моипереводы #книжныедела
Ссылка на источник
Алланың яратҡан ҡоло булалманым,
Күңелдәргә моңло йырҙай тулалманым.

Йөрәктәргә йылы майҙай яғылманым,
Ағын һыуҙың ыңғайына ағалманым.

Ғүмер аҡты, ситтә генә ҡалалманым,
Буй етһә лә йондоҙҙарын алалманым.

Өлөшөмә төшкәндәрҙән ҡасалманым,
Уңыштарҙың ишектәрен асалманым.

Осҡондарҙы ҡабыҙалдым - яналманым,
Үтмәй торған бысаҡ булдым, янылманым.

Ҙур өмөттәр бағланылар - аҡламаным,
Яман телдән үҙ-үҙемде яҡламаным.

Ауырлыҡтан бөгөлһәм дә аҡһаманым,
Үгәйһеткән киләсәкте ятһынманым.

Үҙ яйымда йәшәп ятам нисек бармын,
Яҙмыш, миңә дәғүәләр бармы тағын?

Таңсулпан Рәсүл.
Ссылка на источник
ВЧЕРА (уже почти позавчера) в корпусе №2 Национальной библиотеки им. З. Валиди состоялся анонсированный ранее праздник - День поэзии с переводным, так сказать, уклоном: в этом году отмечаем 90-летие башкирского классика - Рами Гарипова.

Да, в моей копилке только один - конкурсный перевод его произведения "Волнуется, шумит береза белая...", попавший в шорт-2015. Однако с творчеством и жизненной драмой народного поэта знакома не по вершкам, потому как еще в 2017-2018 гг. снимала о нем передачу из цикла "100 имен Башкортостана" (напомню, что именно она в числе двух других выпусков (о Назаре Наджми и Якове Ухсае) принесла съемочной команде БСТ первое место всероссийского конкурса "Патриот России-2018" и в довесок золотую медаль корреспонденту-сценаристу).

Помимо своеобразного "возвращения к Рами" (и, к слову, ежегодного мусульманского Навруза), имелся еще один личный повод порадоваться "профессиональному" дню - годовщине свадьбы родителей. Конечно, праздником поэзии этот день стал много позже их бракосочетания, но уже сам факт вдохновляет. Надо же так было подгадать! Чудо, да и только )))

И все же самое главное волшебство - волшебство встречи. В ковидо-острополитические времена люди творческие вместе почти не собирались. И пусть "всех-всех-всех", как в книжке у Милна, на празднике слова не было, рада была увидеть хотя бы частичку нашей братии: Владимира Кузьмичева с его "японскими стихами" (опубликованы в "БП") и "боксерами-каратистками", Любовь Колоколову (до меня наконец дошла пара номеров "Уфимской недели", где она главный редактор), Виктора Лязина со здоровенной книгой избранного в юбилейный год, Тансулпан Расуль (пишет на башкирском, до ковида пару раз пересекались на общих литтусовках, хотя особо близко не общались) и, конечно, неутомимых главного редактора "Акбузата" Ларису Абдуллину и зама главного редактора "Бельских..." Светлану Чураеву (спасибо за приглашение). Работники библиотеки тоже оказались отчасти знакомы.

А вот зрители, естественно, нет)) Тем более интересно было впервые продемонстрировать аудитории камерное издание переводов (переводной сборник, как писала ранее, издан на основании сертификата одного из пяти победителей семинара-совещания "Мы выросли в России-2021"). Прочла из книги "Родной язык" Тамары Ганиевой (у Рами Ягафаровича есть стихотворение с тем же названием), "Рождение чувства" молодой гагаузской поэтессы Милы Курудимовой и "Дороги" умудренной опытом белоруски Галины Роговой. А под занавес зачитала свое посвящение ушедшему от нас большому поэту и переводчику Сергею Янаки ("ВидЕние" было написано еще при его жизни, эзоповым языком, - как настоящий Художник, Сергей Георгиевич точно понял его смысл).

После творческого вечера один из слушателей все порывался прочитать книгу переводов - пришлось отказать. И дело не в тираже, как почему-то хотела объяснить ему Любовь Кузьминична 🙂; сообщила товарищу, что книги нет еще даже у самих авторов переводных стихов: она ждет общей презентации со сборником собственных поэтических произведений, который, дай-то Бог, увидит наконец свет в апреле-мае этого года (по паре причин был перенос с октября 2021-го).
Там и жду вас, дорогой зритель. Так что следите за анонсами и новостями на литературных порталах и в моей группе творчества!

#делагуманитарные #творческиевстречи
Ссылка на источник
Хәйерле иртә, дуҫтар. Ялдарығыҙ файҙалы һәм күңелле үтһен.
Бөгөн тыуған көндәрен билдәләгән дуҫтарыбыҙға сәләмдәр юллап ҡалабыҙ🌺🌺🌺

Дамир Хасанов
Дамир Хасанов
Ильмира Муталова
Айрат Халитов
Ильяс Каскинов
Рузалина Тагирова
Айтуган Якшигулов
Гульназ Баисламова
Айгузель Юланова
Светлана Загидуллина(шириязданова)
Янбулат Байракаев
Гульнар Кускильдина
Мария Юртаева
Зугура Мухаметова
Назгуль Абдуллина
Данил Мурзин
Гульшан Гайфуллина
Фанис Сирбаев
Таңсулпан Рәсүл
Юлия Юлушева
Файзулла Абдрафиков
Мухамет Рахимьян-Улы
Файма Гатауллина
Раушания Ишалина
Руслан Герштун
Азамат Булатов
Шамиль Султанов
Рима Набиуллина
Миляуша Хамидуллина
Гульназ Соловьева
Илюза Хасанова
Фаягуль Хасанова
Александр Донченко
Раис Мингажев
Чакаме Чегини
Fanis Isxakovf
Альфира Авзалова
Ольга Белобородова
Элина Муллабаева
Диля Кильмухаметова
Регина Сабирова
Айгуль Загитова
Гульназ Абубакирова
Марсель Шарипов
Ильсияр Курмангулова
Зульфия Ардашева
Ильгам Якшибаев
Фания Султанова
Татьяна Гончарова
Рамиль Афтахов
Ильзира Нургалина
Рамазан Ямангулов
Гульмарьям Юсупова
Ирина Титова
Элиза Улимаева
Анастасия Бурчак
Гелимдар Сергалин
Альфия Харрасова
Загир Бикметов
Гульсум Гарипова
Лилия Давлеткиреева-Аминева
Марзия Фатыхова-Валишина
Маратик Хусаинов
Альфред Фахретдинов
Магинур Гибадатова
Зифа Магафурова
Гульсылу Улямаева
Раис Мингажев
Сария Мухитдинова
Шаура Алибаева
Гаян Даминев
Раян Киеккужин
Вадим-И-Ирина Еремеевы
Рита Давлетбердина
Гульсирень Юсупова
Разиля Загитуллина
Рафиль Гайсин
Ася Тихонова
Эльвира Идиятуллина
Гузель Байгазина
Фанзил Гумеров
Лейсан Шагиязданова-Хусаинова
Гузель Галина
Гузель Ильгамова
Гузель Киньябулатова
Ришат Сафиуллин
Гульсина Валеева
Танслу Мустафина
Рамзиль Ахмедьянов
Фания Рашитова
Расиля Билалова
Марина Сташевская
Альфия Турумтаева
Зифа Ибрагимова
Инзилия Абдуллина
Дамира Бикбулатова
Азалия Байгутлина
Хайдар Имангулов
Азат Рахматуллин
Юлия Ахметшина
Рита-И-Ильдар Сайфуллины
Ляйсан Ибатуллина
Рафиль Уразаев
Ильнур Зиангулов
Фанис Акназарович
Залифа Тулыбаева
Рамаз Сафаров
Albina Alfitovna
Айгуль Сафина
Алсу Мамбетова
Рустам Юмагулов
Рита Рахматуллина
Лилия Лилия
Dinara Bektemirova
Рима Кильсинбаева
Амина Баязитова
Сария Хабибуллина
Фарзана Калимуллина
Загит Бикметов
Айдар Бакиев
Залифа Шаяхметова
Нурзиля Фазуллина
Фуат Даутов
Амина Алибаева
Dastan Bimollaev
Ксения Андреева
Гузель Халикова
Эльвира Гарифуллина
Альфия Валитова
Нурия Гумерова
Зухра Габбасова
Леся Саетгареева
Ильмир Юлдашев
Ильзида Файласова
Антон Серебренников
Аля Габдрахманова
Руслан Насыров
Гульемеш Исяндавлетова
Ирина Головина
Лилия Загитова
Ляйсан Хасанова
Лилия Уразбахтина
Зумрат Кудабаева
Фанур Байназаров
Лариса Гайфуллина
Руслан Шаяхметов
Артур Тагиров
Гульнара Амирова
Alexandra Serzhina
Рамиля Сагадатова
Разиля Валиева
Рустам Туктаров
Фагим Арсланов
Азалия Зайнетдинова
Илза Хажеева
Варис Кидрасов
Айрат Кунафин
Алекс Успешный
Milena Zagirova
Инна Баскакова
Ольга Семененко
Рамазан Назаров
Зарема Турабова
Алексей Брилев
Роза Мавлютова
Екатерина Куцан
Айгуль Хамбалиева-Хасанова
Ильмира Кудабаева
Сибагатуллина Алия
Люция Сиражева
Марина Вербицкая
Ярослава Егорова
Ралина Аюпова
Данил Саитов
Ссылка на источник
Көләс йөҙлө әбей булғым килә,
Ултырырға түгел гел түрҙә.
Яулыҡ ҡына ябып сал башыма
Эйә булғым килә төп һүҙгә.

Камзул кеҫәм булыр ине йомарт,
Һәр баланың унда өлөшө.
Кешеләрҙе һәр саҡ аяр ине
Изге һүҙе, кәңәш-төңәше.

Күпте күргән әбей булғым килә,
Ил яҙмышын кискән әбекәй.
Йөҙҙәремдә нурлы һырҙар булһа,
Ә башҡаһы инде кәрәкмәй.

Таңсулпан Рәсүл
Ссылка на источник
🌻🌻🌻Көнбағыш сәскәһе менән фотоға төшөү миҙгелен уҙғарып ебәрмәгеҙ, дуҫтар! Комментарийға фотолар һалығыҙ🤗

Ҡурайсы Айҙар Байтимеров ғаиләһе менән.
Фото Таңсулпан Рәсүл сәхифәһенән
Ссылка на источник


Сайт не являеет официальным сайтом вКонтакте
Политика обработки персональных данных
Время выполнения скрипта: 2.1187438964844 сек.