Offline, последняя активность Вчера 16:17:30 Android
1289
2482
192
друзья
подписчики
изменения
скрывающие
скрытые
Кого добавила в друзья и на кого подписалась Лилиә Мусина. Новые подписчики.
Обновляем изменения в друзьях...
27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59 27 Января 2021 с 3:30 по 12 Августа 2021, 13:59
Для оперативного получения новой информации добавьте эту страницу в закладки . (На компьютере Ctrl+D)
Лилиә Ишдәүләтова апайымдан эстафетаны ҡабул итеп, https://vk.com/bash_fond иғлан иткән
#БалаСаҡтыңБәхетлеСаҡтары тип аталған флешмобҡа мин дә ҡушылам. Эстафетаның иртәме-һуңмы миңә килеп етәсәген тойомлап, ауыҙымды ҙур асып, илап ултырған фотомды ҡуйырмын, тип уйлап йөрөй инем. Лилиә апай тапшырғас та, фотоальбомдар араһына инеп киттем дә, ҡайһыныһын һайлап алырға белмәй аптырап ҡалдым. Бөтәһенең дә тарихы, үҙ хәтирәһе бар. Араларынан дүртәүһен һайлап алдым.
Тәүге фотола мине Белорет районына Рәмилә инәйемдәргә ҡунаҡҡа барғанда төшөргәндәр. Бала саҡта был фотомды күреп, эргәмдә алма ултыра, шуны ғына алып ашаһам була инде илап ултырғансы... тип уйлай торған инем.... Эргәмдә Азалия апайым. Шул мәлдә булдымы икән, әллә алданыраҡмы, атайым: "Һин ныҡ иланың, тымыҙа алмай Изһар бажа менән одеялға һалып, икебеҙ ике осонан тотоп бәүетеп, саҡ тымыҙҙыҡ",- тип һөйләй торған ине...
Икенсе фотола мин ҡала ҡыҙы булып торам. Магнит ҡалаһында тыуып, шунда күпмелер йәшәгәс, олатайым мәрхүм ныҡлап ауырып киткәс, атайым кинйә малай булғанға ғаиләбеҙ менән Күгиҙелгә күсеп ҡайтҡанбыҙ. "Магниттағы квартирабыҙҙы ошо термосҡа алмаштырҙыҡ",- тип һөйләй торған ине әсәйемдәр сервант башында ултырған ҙур термосҡа күрһәтеп. Ә миңә ул бер мөғжизәле, иң ҡиммәтле әйбер һымаҡ тойола, һирәкләп кенә булһа ла һорап алып уйнап ҡарай торған инем.
Өсөнсө фотоның артына 1 май 1999 йыл тип яҙылған. Әхирәтем Гөлдәрҙең әсәһе Земфира апайҙың һеңлеһе Зөлфиә апай бер урыҫ еҙнәйгә кейәүгә сыҡҡан ине. Улар байрамға ҡайтҡанда беҙҙе ҡырға алып сыҡтылар. Еҙнәйебеҙ (исемен онотҡанмын) мине, Гөлдәрҙе, ҡустыһы Артурҙы күтәреп, машинаһының өҫтөнә ултыртып фото төшөрҙө. Ул да матур иҫтәлек булып күңелдә һаҡланған.
Дүртенсе фото - минең мәктәбемдә. Бала сағымдың иң бәхетле мәлдәре Күгиҙел мәктәбенә лә бәйле. 11 йыл буйы мин шәп уҡытыусыларҙа белем алдым. Бөгөн уйлап ҡарайым да, бәләкәй генә ауылдан, бәләкәй генә мәктәптә күпме үҙ һөнәре оҫтаһы булған кеше тәрбиәләй алған уҡытыусыларыбыҙ, тип таң ҡалам. Күпме ауылдаштарым, минең менән бер осорҙа уҡығандарҙы ғына телгә алғанда ла, тормошта юғалып ҡалмай, үҙ юлдарын таба алғандар. Бәхетле бала саҡ бүләк итеп, киләсәктә уңышлы кеше тәрбиәләгән уҡытыусыларымдың методикаһының сере нимәлә икән? Аҙна һайын төрлө саралар, концерттар, экскурсиялар күңелдә матур иҫтәлектәр һаҡлай.
Һәм әлбиттә, бала сағымды бәхетле иткән, миңә бөгөн дә терәк һәм кәрәк булған ата-әсәйемә, өләсәйҙәремә тәрбиәләре өсөн ҙур рәхмәт! Зифа өләсәйем мин ҙурайғансы ла үҙе менән бергә алып ятып, әкиәттәр һөйләп, доғаларын уҡып, күңелгә һеңдергән, өләсәй менән сәхәргә тороу ҙа бала сағымдың серле мәле. Мәхмүзә өләсәйем еләккә алып йөрөп, һатып, йүнселлеккә булышлыҡ итте. Уның йөрәк ултыртҡаны, ҡот ҡойғаны, мейе үлсәгәне, ноҡот бүлгәндәрен күреп, бергә буталып үҫтек.
Үҙ сиратымда эстафетаны бала саҡ дуҫтарым
Гузель Булякова Гульдар Гайсина , коллегаларым
Диля Исхакова ,
Миляуша Азаматова , һеҙгә тапшырам!