Ахмет-Шариф Илембетов
Offline, последняя активность 2024-05-31 02:27:37 мобильная версия
Большеабишево
Возраст: 64
Телец - Гороскоп (9.5.1960)

327

1202

82

?

?

друзья подписчики изменения скрывающие скрытые

Кого добавил в друзья и на кого подписался Ахмет-Шариф Илембетов. Новые подписчики.

Обновляем изменения в друзьях...



Для оперативного получения новой информации добавьте эту страницу в закладки. (На компьютере Ctrl+D)
Фотография Илембетова Ахмета-Шарифа Фотография Илембетова Ахмета-Шарифа Фотография Илембетова Ахмета-Шарифа Фотография Илембетова Ахмета-Шарифа Фотография Илембетова Ахмета-Шарифа Фотография Илембетова Ахмета-Шарифа

Открытые анкетные данные Илембетова Ахмета-Шарифа:


Упоминание Ахмета-Шарифа Илембетова в коментариях и постах


Ниҙәр булыр икән...

Ҡала урамындай башым геүләй,
Ил михнәте төштө елкәгә.
Башҡорттарҙың хәле һис үҙгәрмәй,
Ниҙәр булыр икән иртәгә.
Көндәр килһен,
Ҡайырылып ҡына
Уңған икән ҡырҙа ашлыҡтар.
Тик шулай ҙа башҡорт башҡайына
Етә яҙҙы беҙҙең башлыҡтар.
Ҡарарҙары сыҡты,
Тейҙе инде
Үтмәҫ ҡарарҙары теңкәгә.
Башҡорттарҙың хәле һис үҙгәрмәй.
Ниҙәр булыр икән иртәгә.
Үпкәләйем һеҙгә, олатайҙар,
Ҡуҙғатамын һеҙҙең һөйәкте.
Йомартланып бер әсмүхә сәйгә
Һатҡанһығыҙ тыуған төйәкте.
Ҡойороғон болғап ситтәр килгән.
Хәтерләтеп һары төлкөнө.
Күп яландар ҡулдан киткән инде,
Беҙгә ҡалған урман төпкөлө.
Урман геүләй,
Урман тертләй икән,
Урман төпкөлөнә яҙ етмәй.
Башҡорт ауылына уттар етмәй,
Башҡорт ауылына газ етмәй.
Ҡала урамындай башым геүләй,
Ил михнәте төштө елкәгә.
Башҡорттарҙың хәле һис үҙгәрмәй,
Ниҙәр булыр икән иртәгә?!...

Был шиғырҙы Тимер Йосопов ағай
үҙ ҡулы менән блокнотыма яҙып ҡуйғайны. 33 йыл элек.
Үкенес, шиғыр бөгөн дә үҙенең актуаллеген юғалтмаған...
Тимер ағай шиғыр аҫтына теләген дә
яҙып ҡуйған:
Камилға,
Оло күңелеңде һаҡла!
Тимер ағайың Йосопов.
г. Уфа — 106
ул. Ст. Кувыкина 39, кв 135

Камил Илембетов
Ссылка на источник
Милли йолаларыбыҙ ҙа, дини йолаларыбыҙ ҙа бик күҙәтелмәгән, тыйылған заманда үҫтек. Исем өсөн бер әбейҙән никах уҡытылыр, балаға исем ҡушылыр ине ул ваҡыттарҙа. Балаларыбыҙ булып, улар ҙурая башлаған саҡта, йолалар яйлап тергеҙелеп, ысын асылыбыҙға ҡайта башланыҡ, Әлхәмдулиллаһ. Ана шулай, әйенселәү кеүек матур йола ла, онотолоп барған ерҙән тергеҙелә башлаған бер йылдың әңгәмәһен һөйләйем әле. Оло улыма 5-6 йәш самаһы, ғаилә дуҫтарыбыҙҙың улы Айгиз менән беҙҙең өйҙә уйнап ултыралар икән. Дин юлында булған нәҫелдән Альфия һәм Вадим күршебеҙҙең улы Нур Ураҙа байрамында әйенселәү йолаһын үтәп, беҙҙең өйгә ингән. Ураҙа тотоп, вәғәздәр һөйләп тәрбиәләп кенә торған Камил олатаһы ла өйрәткәндер инде. Беҙҙең балалар әле ул йоланы белмәй, ата-әсәһе өйрәтмәгәс...
Нур был ике малайға өндәшә икән: "әйенселәп индем бит, кәнфитме, бер нимә биреп сығарырға кәрәк..."- тип. Ә мин һыйыр һауырға сығып киткән саҡ, ул баланың ингәнен дә, сыҡҡанын да күрмәнем. Һөтлө күнәктәремде күтәреп, өйгә инһәм, Нияз менән Айгиз әйтә:
- Нур инеп беҙҙән кәнфит һорап йөрөйсө, туҡмап сығарып ебәрҙек!
- Ә-ә-әһ?!!!
Белемһеҙлек инде, айышына саҡ төшөнөп, бер ус кәнфит-печенье индереп бирҙем күршемә. Унан һуңғы йылдар инде, хәҙер балалар килер, әруахтарыбыҙ рухы шат булыр, тип майлы бәлештәр, төрләп-төрләп икмәктәр бешереп көтә башланыҡ матур йоланы үтәп йөрөүсе балаларҙы. Ә ул йылда, Нур күршемдән башҡа бала ла инмәне. Йөрөргә кәрәк икәнен дә белмәгәндәрҙер инде, беҙҙең балалар кеүек үк...
Һағышлы ғына әңгәмә булып хәтерҙә ҡалды был хәл.
Малайҙарыбыҙ ҙа иманлы, тәүфиҡле егеттәр булып үҫеп буй етте, Әлхәмдулиллаһ. Кәләш алып, балалар үҫтереп, ата-әсәйҙәрен ҡыуандырып йәшәйҙәр, ин шәә Аллаһ. Нур күршем дин юлында. Үҙҙәре онотҡандарҙыр ҙа был хәлде. Осрашып, бер көлөшөп алыуға сәбәп булһын был яҙмам.
Ссылка на источник
Ҡар ғына ап - аҡ

Бәүелә ҡарҙар
Йыбанып ҡына.
Һиллектә саҡ - саҡ
Уянып ҡына.
Мин дә уянам
Йыуанып ҡына,
Ап - аҡ донъяға
Ҡыуанып ҡына.
Тәҙрәмә ҡуна
Ҡар тәңкәләре.
Их, тыуған ерҙең
Аҡ иртәләре!
Сыҡһам, һөйөнөс
Оҙата бара.
Ҡана ла һуң был
Оҙаҡҡа барһа!
Тормош ул шундай —
Бысраҡ бер ятаҡ.
Кисенә инде
Ҡар ғына ап - аҡ.
Яман һүҙҙәрҙән,
Һытыҡ йөҙҙәрҙән,
Күрсе — күңелем
Ҡалай үҙгәргән.
Ә ҡарҙар яуа,
Ҡарҙар саф, еңел.
Тик был ҡар инде
Иртәнге түгел.
Тормошто уйлап,
Йоҡоға талам.
Иртән уянып,
Тағы таң ҡалам.
Тәҙрәгә бағам
Йыуанып ҡына,
Ап - аҡ донъяға
Ҡыуанып ҡына,
Сыҡһам, һөйөнөс
Оҙата бара.
Ҡана ла һуң был
Оҙаҡҡа барһа!..

Хәсән Назар

2017. Һайланма әҫәрҙәр.
Камил Илембетов сәхифәһендә йән дауаһы булырҙай шиғырҙар күп, инеп уҡығыҙ
Ссылка на источник
Аһ, тимен дә...

Аһ, тимен дә йүгереп килә һалып
Тотонамын алһыу ҡыҙылға.
Миңәме һуң инде сағыу төҫкә —
Алһыу ҡыҙылдарға ҡыҙырға?

Аһ, тимен дә килеп үреләмен
Ут шикелле зәһәр йәшелгә.
Юҡ, йәшелгә түгел, һоноламын
Буй еткермәҫ алыҫ йәшенгә.

Аһ, тимен дә килеп үреләмен
Күҙ арбағыс асыҡ зәңгәргә.
Зәңгәр — төш ул. Ошо төштән, ахыры,
Зәңгәр нурҙар һибелә йәндәргә.

Аҡҡа тотонамын... Ҡулдарым һуң?!
Ҡулдарыма бағам — таҙамы?
Инде аҡты тоттом тигәс кенә,
Ни өсөндөр, күңел баҙаны...

Мин ҡараны тоттом, аһ, тимәйсә,
Мин ҡараға баҫтым, уф, тимәй.
Атлап киттем алға...
Боролоп ҡарап,
Сағыу хыялдарға  "Хуш!"  тимәй...

2009,  "Моңдоң йәне — мөхәббәт "
             китабынан.

Рәмзилә Хисаметдинованы һәм башҡа ысын сәнғәт өлгөһө булырҙай шиғырҙарҙы Камил Илембәтов диуарына инеп уҡығыҙ.
Ссылка на источник
Сәнғәт өлкәһенә һөйөү уятыусы, яратҡан уҡытыусыларым, оҙон ғүмер һеҙгә!!! Камил Джон Флюра
Ссылка на источник


Сайт не являеет официальным сайтом вКонтакте
Политика обработки персональных данных
Время выполнения скрипта: 1.026319026947 сек.