Наиль Юлдашбаев
Online, последняя активность Сегодня 22:44:01 Android
Водолей - Гороскоп (10.2.)

1272

3098

21

?

?

друзья подписчики изменения скрывающие скрытые

Кого добавил в друзья и на кого подписался Наиль Юлдашбаев. Новые подписчики.

Обновляем изменения в друзьях...



Для оперативного получения новой информации добавьте эту страницу в закладки. (На компьютере Ctrl+D)
Фотография Юлдашбаева Наиля Фотография Юлдашбаева Наиля

Открытые анкетные данные Юлдашбаева Наиля:


Упоминание Наиля Юлдашбаева в коментариях и постах


Наиль Юлдашбаев
БАЛА АТА-ӘСӘНЕҢ ШӘХСИ МИЛКЕ ТҮГЕЛ
...Балаларын 1-се класҡа алып килеп, әсә теле буйынса класс йәки төркөм һайлаған ваҡытта:
- Минең балама әсә теле кәрәкмәй, уға математика менән рус теле еткән, - тип әйтеүсе ата-әсәләр бар...
Шуларға түбәндәгеләрҙе еткергем килә:
- Һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ, балағыҙға 11-12 йылдан нимә кәрәк булырын? Үҙегеҙҙе пәйғәмбәр тип иҫәпләйһегеҙме әллә? Иртәгә нимә булырын белмәйһегеҙ, балағыҙҙың киләсәгенә ҡул һуҙаһығыҙ. Шулай булыуы ла ихтимал: киләсәктә уға ҡайҙалыр эщләү өсөн математика ла, рус теле лә түгел, ә, беренсе сиратта, әсә теле кәрәк булырға мөмкин.
...Шуны белегеҙ: балағыҙҙы Һеҙ тыуҙырһағыҙ ҙа, улар һеҙҙеке түгел, ә Тәбиғәттеке, тағы өҫтәнерәк ҡараһаң - Аллаһ Тәғәләһенеке.
...Шуға балағыҙҙың киләсәге Аллаһ ҡулында булыуын теләһәгеҙ, УЛ уны нисек тыуҙырған, шулай тәрбиәләгеҙ. Әгәр УНЫҢ биргәндәре менән риза булмай, үҙегеҙсә үҙгәртәһегеҙ икән - балағыҙҙың киләсәге өсөн УЛ яуап бирмәйәсәк...
Ссылка на источник
Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназияһының этнопедагогика музейы.

Бөгөн БСТ эфирында - Остаз йылына арналған телемарафон. Беҙҙең ижади төркөм көндөҙгө икелә эш башлай.
Наиль Юлдашбаев
Мәрйәм Бураҡаева
Ссылка на источник
#Фекералышайыҡ!
🙌
НИМӘ УЛ БӘХЕТ?
...Хәҙер мәктәптәрҙә бөтмәҫ-төкәнмәҫ конкурстар, ярыштар, конкурстар, ярыштар... Улар йыл әйләнәһе дауам итә...
...Бына шулай, балаларҙы һәр яҡтан да беренсе булырға өйрәтәләр. Беренсе булыу - ул бәхет, тип баштарына һеңдерәләр. Йәғни башҡалар һинән наҙаныраҡ, аҡылһыҙыраҡ, физик яҡтан насарыраҡ, ярлыраҡ (һ.б.) икән - һин БӘХЕТЛЕ !.. Ҡыуана-ҡыуана йәшә!.. Иң мөһиме: артта ҡала күрмә!...
...Ниндәйҙер сәйер тәрбиә...
...Ә бит ысын бәхетле кешенең психлогияһы шулай: ул башҡаларҙың да бәхетле булыуын теләй...
Наиль Юлдашбаев
Ссылка на источник
#Уҡытыусы_кәңәше
ОЛАТАЙ-ӨЛӘСӘЙҘӘРҘЕҢ ЯУАПЛЫ Осоро.
Уларға каникул осоронда рус телендә һөйләшкән ейән-ейәнсәрҙәренә әсә телен өйрәтеү өсөн ете кәңәшем.
...Оҙаҡламай өс айға һуҙылған каникулдар башлана. Ғәҙәттә, ҡалаларҙағы ата-әсәләр балаларын ауылдарҙа йәшәгән ҡартай-өләсәйҙәргә оҙаҡ ҡына ваҡытҡа ҡунаҡҡа ебәрәләр. Рәхәтләнеп ял итһендәр һәм эшләһендәр, һаулыҡтарын нығытһындар, шулай уҡ башҡорт телен дә өйрәнһендәр, тип теләйҙәр. Тәүгеләре тормошҡа ашалыр, ә бына аҙаҡҡыһы йыш ҡына килеп сыҡмай: балалары башҡорт телен өйрәнәһе урынға, киреһенсә, ҡартай-өләсәйҙәрен рус теленә өйрәтеп ҡайтып китәләр. Төп проблема шунда: өләсәйҙәр рус телендә һөйләшкән ейәндәре менән үҙҙәре рус телендә һөйләшә башлайҙар. Былай барһа, киләсәктә телебеҙҙе һаҡлауы бик ҡыйын буласаҡ.
...Шуға мин ейәндәрен ҡабул итәсәк өләсәй-олатайҙарға әсә телен өйрәтеү өсөн ете кәңәшемде тәҡдим итәм.
1. Әлбиттә, беренсе сиратта, ейәндәрегеҙ Һеҙҙе яратырға тейеш. Сөнки нимәнелер өйрәнеү уны яратыуҙан башлана.
... Белем биреү өлкәһендә шундай закон йәшәй: балалар уҡытыусы менән уның предметын бер бөтөн итеп ҡабул итәләр. Шуға уҡытыусыны яраталар икән, уның предметын да яраталар һәм теләп өйрәнә башлайҙар.
... Һеҙҙең осраҡта ла был закон эшләйәсәк.
2.. Ейәндәрегеҙ һеҙҙең менән рус телендә һөйләшә башлай икән: “Балам, мин рус телен аңламайым бит әле,”- тип әйтегеҙ. Шул ваҡыт улар Һеҙҙең менән башҡорт телендә һөйләшергә тырыша башлаясаҡтар. Әйтергә кәрәк, был бик көслө алым.
3. Ҡартай, олатай, өләсәйҙәр (һәм башҡа туғандары) ейәндәре алдында тик башҡорт телендә генә һөйләшергә тейештәр. Улар аңлаһын тип, рус теленә күсеп китергә ярамай.
4. Ғөмүмән, балаларҙың аҡылы әле яңы барлыҡҡа килә, ә ҡартай-өләсәйҙәрҙеке юғары кимәлдә, тип уйлайбыҙ. Был осраҡта әсә теленең яҙмышы кемдең ҡулында булырға тейеш? Әгәр ейәндәрегеҙ ыңғайына рус телендә һөйләшәһегеҙ икән - был аҡылһыҙлыҡ. Шуға аҡыллы булығыҙ.
5. Ейән-ейәнсәрҙәр Һеҙҙең менән рус телендә һөйләшеүҙәрен дауам итәләр икән - Һеҙ барыбер башҡорт телендә яуап бирегеҙ һәм һөйләшегеҙ. Өйҙәге предметтарҙы тик башҡорт телендә атағыҙ. Мөмкин булғанда, үҙҙәренән әйттереп ҡарағыҙ.
6. Ейәндәрегеҙҙең килеүенә, уның йоҡо һәм уйын бүлмәләрен башҡорт телендәге һүрәтле китаптар һәм журналдар менән тултырып ҡуйығыҙ. Аш бүлмәһендә һәр ваҡыт “Юлдаш” радиоһы һөйләп торһон (һ.б).
... Йоҡлар алдынан ҡыҫҡа ғына әкиәттәр һөйләгеҙ. Бер үк әкиәтте бер нисә көн ҡабатлағыҙ. Һәм үҙҙәренән һөйләтеп ҡарағыҙ. Йәки бер һөйләгәнегеҙҙә йөкмәткеһен боҙоғоҙ. Улар шул ваҡыт һеҙҙе туҡтатып, дөрөҫ итеп үҙҙәре һөйләп ишеттерәсәктәр.
7. Ейәндәрегеҙ башҡорт телендә һөйләһә, шулай уҡ ниндәйҙер һүҙҙе әйтергә өйрәнһә, ысын күңелдән һоҡланығыҙ, ҡыуанығыҙ һәм шатланығыҙ.”Афарин” тип арҡаларынан һөйөгөҙ. Ошо мәлде тойоу өсөн улар тағы ла нығыраҡ тырышасаҡтар.
....Уңыштар теләйем!
Наиль Юлдашбаев
Ссылка на источник
Тағы ла дәртләнеп дуҫтар ҡотлар көн етте 🤗
10 февраль Наиль Юлдашбаев, Гульдар Газизова, Зульфия Ахметова, Флюра Кулахметова-Талипова, Эльбина Мазурова, атаҡлы ҡурайсыбыҙ Ишморат Ильбаков, әхирәттәрем Зиля Мусина, Насима Саяхова, һабаҡташым - коллегам Фарида Тимерьянова һәм улым Айтуган Габитов тыуған көндәрен билдәләй.
11 февраль Фануза Галина, Диля Салихова, Гузель Варламова, Лениза Бикбаева-Зайнишева, коллегам-ут күршем Зиля Ямалова һәм Резеда Шарафутдинова киленем байрам итәсәк.
12 февраль Фарида Нафикова, Алима Габдуллина, Ануза Исхакова һәм ауылдашым Фаина (Фәнзиә) Мамлеева тыуғандар.
Ихлас күңелдән һаулыҡ - именлек, күңелле донъя мәшәҡәттәре теләйем. Яманлыҡтар урап үтһендәр беҙҙе 👏👏👏
Бүләккә үҙебеҙҙең яратҡан Сибай коллективы ҡуйған легендар бейеү.
https://vk.com/video-57970453_170228367
Ссылка на источник


Сайт не являеет официальным сайтом вКонтакте
Политика обработки персональных данных
Время выполнения скрипта: 1.1078531742096 сек.