Алина Хисаметдинова
Offline, последняя активность Сегодня 06:22:50 Android
Возраст: 34
Рак - Гороскоп (28.7.1989)

410

804

0

?

?

друзья подписчики изменения скрывающие скрытые

Кого добавила в друзья и на кого подписалась Алина Хисаметдинова. Новые подписчики.

Обновляем изменения в друзьях...

Теперь изменения в списке друзей будут отслеживаться. Каждый раз при посещении этой страницы будет происходить повторная проверка.


Для оперативного получения новой информации добавьте эту страницу в закладки. (На компьютере Ctrl+D)
Фотография Хисаметдиновой Алины Фотография Хисаметдиновой Алины Фотография Хисаметдиновой Алины Фотография Хисаметдиновой Алины Фотография Хисаметдиновой Алины Фотография Хисаметдиновой Алины Фотография Хисаметдиновой Алины

Открытые анкетные данные Хисаметдиновой Алины:


Упоминание Алины Хисаметдиновой в коментариях и постах


💓💓💓 Рәхмәт, әсәй, беҙ ошо ерҙә баҫып торғанға! 💓💓💓

Донъяға тыуып ауаз һалғас та, беренсе тапҡыр күҙҙәреңде асып баҡҡанда әсәй һөйөүөн һиҙеп уның йомшаҡ ҡулдарына ғына ынтылаһың.Һәм ғүмер буйы Әсәй изге фәрештә кеүек һине, балаһын, ҡеүәтләп дәртләндереп, төрлө елдәр, зыяндарҙан һаҡлап оҙатып бара. Ә әсәйемдең күҙҙәрендә күпме эскерһеҙлек, миһырбанлыҡ һәм изгелек бөркөлә. Уның ҡарашында беҙ бер ҡасан да алдау, мәкерлелек һәм хәйләкәрлелек күргәнебеҙ ҙә, тойғаныбыҙ ҙа юҡ... Уның сәстәре лә, ирендәре лә бик матур. Әсәйебеҙҙең һәр бер хәрәкәтендә бөхтәлек, нәфислек һәм еңеллек сағыла. Беҙ уның менән һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ.

Әсәйем Мырҙағәлина Флүзә Рәжәп ҡыҙы 1967 йылдың буранлы февраль айында, йәмле Һәләүек буйында урынлашҡан Биксән ауылында ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Бәләкәстән эшһөйәр булып, һәр эштең рәтен белеп үҫә ул. Яңы Әптек урта мәктәбен тамамлағас, Йоматау техникумында уҡып сыға. Унан ары Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Уҡып ҡайтҡас йәш белгес үҙенең тыуған ауылында - "Коммунар" колхозында эшләй башлай. Йәш һылыу ҡыҙға шунда уҡ атайыбыҙ ғашиҡ була. Оҙаҡ та үтмәй Мырҙағәлин Азат Ильяс улы менән сәстәре сәскә бәйләнеп, матур тормош ҡороп ебәрәләр. Татыу, матур ғаилә биҙәге булып ҡыҙҙары, мөхәббәт емештәре тыуа. Әлеге ваҡытта беҙ икебеҙҙә юғары белемле белгестәр, һөйөклө ҡатын, яратҡан әсәйҙәр.

Әсәйебеҙ оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итеп, әлеге көндә хаҡлы ялда. Тормош юлында ҡатмарлы һикәлтәләрҙе үтергә тура килһә лә, һынып ҡалмай, киреһенсә, үҙен көслө рухлы итеп танытты. Шул тиклем дә сабыр холоҡло, аҡыллы, баҫалҡы беҙҙең ҡәҙерлебеҙ! Һаулығына зарланып бушты-бушҡа ауҙарып ултырмай ул, балаларын, ейәндәрен тәмлекәстәр менан һыйлай, аш-һыуҙы төрлөләндереп бешеренеү оҫтабикәһе. “Нисек эшләй алаһың, Флүзә апай?" тип һораһалар, "Одной левой", - тип яуап ҡайтара йылмайып.

Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ — балаларың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.

Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй!

Яҡшы әсәй булыуы ныҡ ҡыйын. Бәхеткә күрә беҙҙең өлгө алырлыҡ кешебеҙ бар. Ошонан да яҡшыраҡ бәхет бармы икән был донъяла?!

Рәхмәт Аллаға, беҙҙең шундай әсәй булғанға. Рәхмәт, әсәй, беҙ ошо ерҙә баҫып торғанға. Рәхмәт!

Алина Хисаметдинова
Альбина Рахимова

#рәхмәт_әсәй

https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-5/2021-11-07/r-hm-t-s-y-be-osho-er-ba-yp-tor-an-a-2573336?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=23747558
Ссылка на источник


Сайт не являеет официальным сайтом вКонтакте
Политика обработки персональных данных
Время выполнения скрипта: 4.296972990036 сек.