Offline, последняя активность Сегодня 08:04:57 Android
417 |
595 |
12 |
|
|
друзья |
подписчики |
изменения |
скрывающие |
скрытые |
Кого добавил в друзья и на кого подписался Фаиз Харрасов. Новые подписчики.
Обновляем изменения в друзьях...
Добавлена/Добавилась Ҡарыш Ҡыр
Для оперативного получения новой информации добавьте эту страницу в закладки. (На компьютере Ctrl+D)
Хоҙайға ғына ҡулай
Бөтәһе лә өйрәтә: ғүмерҙәрҙе
Йәшәр кәрәк тегеләй йә былай.
Фанилыҡ һис беҙҙең өсөн түгел –
Был донъя Хоҙайға ғына ҡулай.
Ҡайҙа барма, ҡайҙарға юл алма,
Тегеһе йә быныһы ярамай.
Ҡағиҙәләр тергеҙеп ҡуйған Ул –
Был донъя Хоҙайға ғына ҡулай.
Тәүге һулыш алғанымдан бирле
Йәнемдә нәфрәт тойғоһо тулай.
Ул мине ғәйепләр, итер хөкөм –
Был донъя Хоҙайға ғына ҡулай.
Кем яуап бирә ала һорауға:
Тормош ни өсөн аға нәҡ шулай?
Ер-Күктәр беҙҙең ҡулдарҙа түгел –
Был донъя Хоҙайға ғына ҡулай.
Беҙҙең өсөн фәрештәләр ерҙә
Туҡталыш һайлап, билеттар юллай.
Ҡол ролен уйнап тик көн итәбеҙ –
Был донъя Хоҙайға ғына ҡулай.
Мин аңламайым: ниңә күңелем
Сикһеҙ ғаләмгә ҡайһы саҡ һыймай?
Үлем көтә һуңғы артылышта –
Был донъя Хоҙайға ғына ҡулай.
Һыуҙа батабыҙ, утта янабыҙ:
Был ҡуласанан ҡотолоп булмай.
Беҙ үҙебеҙ өсөн йәшәмәйбеҙ –
Был донъя Хоҙайға ғына ҡулай.
Фәиз Харрасов