Шагуря Ахмадеева
Offline, последняя активность Сегодня 17:08:05 Android
(..)

977

1067

220

?

?

друзья подписчики изменения скрывающие скрытые

Кого добавила в друзья и на кого подписалась Шагуря Ахмадеева. Новые подписчики.

Обновляем изменения в друзьях...



Для оперативного получения новой информации добавьте эту страницу в закладки. (На компьютере Ctrl+D)
Фотография Ахмадеевой Шагури Фотография Ахмадеевой Шагури Фотография Ахмадеевой Шагури

Открытые анкетные данные Ахмадеевой Шагури:


Упоминание Шагури Ахмадеевой в коментариях и постах


Эх, һағыныуҙар асығыуҙан да яман шул…
Шәһүрә Әхмәҙиева
Элек кешеләр һыйырҙары һыуалһа, бер- береһенә һөт бирешеп, ярҙам итеп торорҙар ине. Үҙебеҙҙең һыйыр быҙаулағансы, әсәйем мине Бибисара инәйҙән һөт алып торорға йомошҡа ебәргеләне. Ул өндәшеү менән, банкамды тотам да, ике ҡанат, бер ҡойроҡ, аяғым ергә теймәй, йәһәт кенә сығып йүгерәм. Ҡыҙы, Хөснә апай, һыйырҙы һауып кергәнсе, ҡаштары, күҙҙәре ҡәләм менән һыҙып ҡуйылған һымаҡ ҡыйылып торған был һылыу инәйҙең күҙҙең яуын алып торған аллы – гөллө балаҫтар һуҡҡанын күҙәтеп ултырыу минең өсөн үҙе бер мөғжизә ине. Бибисара инәйҙең уфтанып:
– Эх, һағыныуҙары асығыуҙан да яман шул,-тип, күҙҙәре дымланып, үҙалдына һағышланып, һөйләнеп алғаны әле лә хәтерҙә. Нисек инде ул һағыныу асығыуҙан да яман булһын? Һағынһаң да йәшәп була, ә бына икмәк ашамайынса ҡайһылай итеп йәшәмәк кәрәк тип, эсемдән генә уның менән килешмәй ултырам. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен мин бик һуң, үҙем олоғайғас ҡына, аңланым.
Мәҡсүт ауылының һылыу ҡыҙы Әхмәтйәнова Бибисара Ноғоман ҡыҙы 1934 йылдың март айында Ғәлиәкбәр ауылына килен булып төшә. Исламбаев Ниғмәтулла Абдулла улы менән матур тормош ҡоралар. Ниғмәтулла бабай “Ҡыҙыл байраҡ” промартелендә ветврач булып эшләй. Бер ни тиклем ваҡыт уға һатыусы булып та эшләргә тура килә. Белореттан ат менән әйберҙәр алып килеп, ауыл халҡына һата. Бибисара инәй һөйөклөһө менән ни бары ете йыл да ун ай ғына йәшәп ҡала. Ниғмәтулла бабай 1941 йылдың декабрь айында һуғышҡа китә. Юлға сығыр алдынан, иң һәйбәт атҡа атланып, Нөгөш буйына төшөп, ауылды бер урап сыға ул. Бибсара инәй береһенән – береһе бәләкәй биш йәшлек Әсмә, өс йәшлек Сәғит, ҡорһағында бер айлыҡ ҡына булған өсөнсө балаһы Хөснә менә тороп ҡала. Ниғмәтулла бабай Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт итә, унда ла, һөнәренә тоғро ҡалып, аттар тәрбиәләп йөрөй ул. Аяғынан яраланып, Мәскәү госпиталендә алты ай дауаланғандан һуң йәнә һуғышҡа инә.
Әсмәһе атаһын һағынып, иҫән – һау ҡайтырына өмөтләнеп:
Шыбыр –шыбыр ямғыр яуа,
Тимер ҡапҡа буйлатып.
Атаҡайым ҡайтып килер,
Менгән атын уйнатып, - тип, гел һамаҡлап йырлап йөрөй. Эх, өмөттәр аҡланмай шул, үкенесле: Ниғмәтулла бабайға тыуған яғын, өҙөлөп көткән ҡатынын, ғәзиз балаҡайҙарын ҡайтып күрергә насип булмай. Кейәүгә бирерлек ҡыҙ йәшендә, егерме өс йәшендә генә, тол ҡалған Бибисара инәйгә Нөгөш йылғаһы буйлап бүрәнәләр ағыҙырға, ҡап һуғырға, ауыл советында, магазинда йыйыштырыусы булып эшләргә, «Ҡыҙыл байраҡ» промартеле бөтөрөлгәс, леспромхозда икмәк бешерергә тура килә. Инәй көндөҙ эштә булһа, кисен йөн иләй, күҙҙең яуын алып торған матур – матур биҙәкле балаҫтар һуға. Һәр эшкә лә маһир инәйебеҙ Еңеүҙең 30, 40, 50 йыллығы айҡанлы миҙалдар менән наградлана. Яҡшы ҡатын – ярты ырыҫ. Бөтә ауырлыҡтарға ла түҙә Бибисара инәй, балаларына матур тәрбиә бирә. Сәғите леспромхозда шофер булып эшләй, ете бала тәрбиәләп үҫтерә, үҙе олатай. Хөснәһе–уҡытыусы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Бәлә ағас башынан йөрөмәй шул, кеше башынан йөрөй. Һыу һөлөгө кеүек һылыу ҡыҙы, Әсмәһе генә, йөрәгенә ҡан һауҙырып, төҙәлмәҫлек ҡаты сиргә һабаша. Ғәзиз балаһын шәбәйтер өсөн ниҙәр генә эшләмәй ул: больницаға ла һала, өс тапҡыр Шәмиғол хәлфәгә алып бара. Бибисара инәй ғүмеренең һуңына тиклем хәстәрлекле әсәй, өләсәй булды. Хөснә апайҙың балаларын ҡарашты, ейән – ейәнсәрҙәрен ойоҡ – бейәләй бәйләп ҡыуандырҙы. Егерме өс йәшендә генә ирҙән ҡалһа ла, тоғролоҡ һаҡлап, башҡа бер тапҡыр ҙа тормошҡа сыҡмай ул. Анау хәтлем эшһөйәр, уңған, һылыу ҡатынды һоратмағандар тиһегеҙме? Һоратҡандарҙыр. “Эх, һағыныуҙар асығыуҙан да яман шул,” – тип, аслығын да, өҙөлөп һағыныуын да үҙ иңендә татыған, ғүмер буйы ирен көтөп, йөрәгендә мөхәббәт уты йотҡан кеше генә иңрәп шулай тип әйтә алалыр. Ҡол Ғәли һүҙҙәре менән әйткәндә: “Хәсрәт кеүек мәңге ҡала шул мөхәббәт”.
Фото: Бибисара инәй ейәне Әнүр, ҡыҙы Хөснә апай менән.
Ссылка на источник
Ғайса Ишмөхәмәтовтан эстафетаны ҡабул итеп, мин дә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы иғлан иткән #БалаСаҡтыңБәхетлеСаҡтары флешмобына ҡушылам.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 7 йыл тигәндә донъяға килгәнмен. Хатта яулыҡтарҙың ямаулы сағын күргән быуынданмын мин. Аяҡһыҙ, ҡулһыҙҙар, һуғышта юғалтҡан күҙенә ҡара таҫма тағып йөрөгән ағайҙар тере ине әле. Етемдәр күп ине. Оло быуындан атай яғынан өләсәйем генә бар ине, уны ла һирәк кенә күрә инем. Әсәйемдең атаһы йыраҡ йәшәгәс, уны ике тапҡыр ғына күреп өлгөрҙөм.Ил яраларын имләргә тырышҡан ҡатмарлы осор быуынанмын.
Ауырлыҡтары әҙ булманы. Ләкин ҡояшлы, нурлы итеп хәтерләйем бала сағымды, сөнки күҙҙәре һүнгән, өмөтһөҙлөккә бирелгән кешеләрҙе күрмәнем. Зарланып, бахырланып, йөҙҙәрен һытып ултырманылар. Хәҙер махсус тишек-йыртыҡ ыштан кейәләр, ул саҡта шул мода булһа, бөтәһе лә "стиляга" иҫәбендә йөрөр ине. Мәгәр беҙҙе йөйҙәре лә һиҙелмәҫлек итеп яманырға өйрәттеләр, әйбер эсенән тубыҡ-бот ялтыратып йөрөүсе булманы. Итәктәре туҙғанын күрһәтмәҫ өсөн өҫтөнән матур яңы алъяпҡыс тағып алырҙар ине. Барына ҡәнәғәт ит, юғына сабыр ит - шул ине ололарҙың яратҡан мәҡәле.
Атайым Белореттан гофрлы ҡағыҙҙан эшләнгән ҡурсаҡтар, төҫлө таҡталар ҡағылған тимер сана алып ҡайтып һөйөндөргәне иҫемдә. Алтынсы йәшем менән барғанмындыр. Мәгәр иң шатланған көнөм - Йөйәккә күсенгәндә беҙҙе Уҫманғәлелә өләсәйҙә ҡалдырып, аҙна буйы күҙ йәш түккәндән һуң атай-әсәйемдең ҡайтып төшкән көнөлөр. 6 ғына йәш ине миңә, һуғыш башланыр ҙа, ҡайҙалыр юғалып ҡалырҙар тип ҡурҡып, тәҙрә тупһаһынан төшмәй илап ултырып, өләсәйемдең хәлен алғанмындыр инде.

Әлифбанан тәүге ижекте, һүҙҙе уҡыуым, атайымдың китапхананан тәүге китап - Зәйнәб Биишеваның "Йәнле хәрефтәр" китабын алып ҡайтып, үҙем уҡыуым - бик бәхетле мәл булып иҫемдә ҡалған.

Атай-әсәйле үҫеү - бәхет. Туғандарың булыу - бәхет.
"Ағиҙел" журналының беренсе һанында "Антоновка еҫе" тигән повесым баҫылып сыҡты. Унда ауыр һуғыш йылдарынан һуң ФЗУ-ға уҡырға алынып, Үзбәкстанға практикаға 3 йылға ебәрелеп, шунда тороп ҡалған, хеҙмәт юлы шул республикаға бағышланып, ахыр сиктә илһеҙ тороп ҡалған милләттәштәребеҙ тураһында бәйән итәм.
Тыуған илдән яҙмау - бәхет. Беҙ донъялағы иң бәхетле илдә йәшәйбеҙ тип үҫтек, мин быға ихлас ышана инем. Шуға ла бала сағым - бәхетле сағым.

Эстафетаны артабан курсташым, матбуғатта сыҡҡан бик матур иҫтәлектәр авторы, ветеран уҡытыусы Шәһүрә Әхмәҙиеваға һәм педагогик хеҙмәт ветераны, тыуған яҡ тарихы буйынса китаптар авторы, йәмәғәтсе, ауылда музей булдырған ауылдашым Ринат Шәйбәковҡа тапшырам.
Ссылка на источник
Шагуря Ахмадеева
“Ҡара урман” татар халыҡ йыры түгел!
Сығышым менән иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылынанмын. Боронғо халыҡ йырҙарын тыңлап, йырлап, серле ҡурай моңона ҡойоноп үҫкәнмен, тип әйтә алам.
Элек –электән ауылыбыҙҙа ҡурайсылар, гармунсылар, халыҡ йырҙарын оҫта итеп башҡарыусылар күп булған. Гармунсылар күп булһа ла, ҡунаҡтарҙа ҡурайға өҫтөнлөк бирелде. Атайымдың ике туғандары - ағалы – ҡустылы Закир бабай, Шәкир ағай Ғәбитовтар өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнаны. Йырсылар иң тәүҙә йырҙың тарихын һөйләп алырҙар ине. Ә мин, бәләкәй бала, бер мөйөштә боҫоп ҡына, уларҙың һөйләгәндәрен әкиәт итеп ҡабул итеп, ихлас тыңлайым. Ҡурайға ҡушылып, “Урал”, “Буранбай”, “Ҡара урман”, “Сәлимәкәй”, “Уйыл”, “Сибай”, “Шәүрә”, “Һандуғас”, “Бейеш”һ.б. халыҡ йырҙарын йырларҙар ине. Ололар бер – береһенең йыр һуҙғанын иғтибар менән тыңлап ултырыр ҙа аҙаҡ күмәкләп күтәрмәләп ебәрерҙәр ине.
Тағы ла миңә Ноғман Мусиндың “Һайлап алған яҙмыш” романындағы төп герой Карамдың прототибе, Мәликә еңгәмдең атаһы, Сәйфитдин ҡоҙаның йырлағанын тыңлау бәхете тейҙе. Бәләкәй генә булһам да, иҫем китеп, һоҡланып тыңланым. Сәйфитдин ҡоҙа, “Карауан һарай”, “Мәҙинәкәй – гөлкәй” һәм башҡа йырҙарының исемдәрен һанап сыҡты ла, был йырҙарымды плендә саҡта сығарғайным, тип, тағы ла әллә нисә йырын йырлап күрһәтте.
Моң ул күҙгә күренмәгән серле, тылсымлы яҡты нур ише йөрәгеңә үтеп инә лә бар булмышыңды солғап ала. Бигерәк тә халҡыбыҙ йырҙарын тыңлаған ваҡытта, бөтә донъяңды онотоп, оҙаҡ ҡына шул моң эсендә йөҙөп йөрөйһөң. Беҙ бала саҡта әллә ни балалар йыры булманы, әле лә башҡортса матур ғына балалар йырҙарын һирәк ишетәм. Ололарҙан ишеткән халыҡ йырҙарын тыңлап, йырлап үҫтек, тиһәм дә хата булмаҫ. Тау башына менеп, яулыҡтарҙы ҡыя һалып, ташҡа баҫып йырлау беҙҙең ғәҙәттә була торғайны. Ситтә йәшәгән ауылдаштарыма, студент ағайҙарға, апайҙарға ауылыбыҙ ҡаршыһындағы бейек, теп – текә Таҡыясусаҡ тауына менеп йырлап төшөү үҙе бер мәртәбә ине.
Ниңә яҙам һуң әле мин былар тураһында? Бер мәлде, бала саҡтан мейебеҙгә һеңеп, йөрәгебеҙ түрендә урын алған “Уйыл”ды татар халыҡ йыры тип шаҡ ҡатырҙылар, интернетта “Баяс” та татар халыҡ йыры, тип яҙып ҡуйылған. Әлеге ваҡытта башҡорт халыҡ йыры “Ҡара урман”да “татар халыҡ йыры”на әйләнеп бара бит. “Ҡара урман” – башҡорт халыҡ йыры ул. Беҙҙең ҡуйы ҡара урманлы, таулы Бөрйән яҡтарында был йырҙы йырламаған кеше юҡ. “Уйыл”, “Баяс”, “Ҡара урман” йырҙарының ниндәй ерлектә сыҡҡандарын, башҡорт рухы менән һуғарылғанын , исемдәре үк һөйләп тора бит. Нисек итеп уларҙы татар халыҡ йырҙары тип әйтеп була?
“Ҡара урманға” бәйле бер хәл - ваҡиға тураһында һөйләп китмәйенсә булдыра алмайым. Беҙгә, педучилищены тамамлап килгән йәш уҡытыусыларға: “Һеҙ ноталарҙы яҡшы беләһегеҙ, инструментта уйнайһығыҙ”, - тип, музыка дәрестәрен дә алып барырға ҡушырҙар ине. Учалы районының Ҡотой һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытып йөрөйөм. Уҡыусыларым йырға бик әүәҫ. Үҙем белгән халыҡ йырҙарын әҙ генә булһа ла мейеләренә һеңдерәйем әле тип, “Ҡара урман”ды өйрәтә башланым. Икенсе көнөнә үк Сибаева Фатима инәйҙең ейәнсәре Фәнүзә:
- Апай, ул йырҙы йырламайыҡ, “Ҡара урман”ды йырлаһаң, төрмәгә ултырталар, - тине.
Мин аптырап та, ҡыҙыҡһынып та:
- Кем әйтә ул?- тип һораным.
- Әзәйем(өләсәйем) шул йырҙы йырлаған өсөн элек бер кешене төрмәгә ултырттылар, – тине.
Уның өсөн кемде төрмәгә ултыртҡандарын Фатима инәйҙән һорап ҡалмағаныма шул тиклем үкенәм. Был хәл “Ҡара урман”дың бик боронғо башҡорт халыҡ йыры булыуын , әммә әҙерәк телдән төшөп ҡалыуын тағы ла бер ҡат иҫбатлай.
2012 йылдың 12 апрелендә “Башҡортостан” гәзитендә “Һәр яҙмыш – оло тарих” тигән мәҡәләм баҫылып сыҡҡайны. Ул атайымдың хәтирәләренә таянып яҙылды: “1937 йылдың август аҙағы булһа кәрәк. Миңә ул ваҡытта 11йәш ине. Ауылыбыҙға Заһир Исмәғилев менән Ғәйнан Әмири килде. Боронғо йырҙар, бейеүҙәр эҙләп йөрөйҙәр икән. Халыҡты мәсеткә йыйҙылар. Ҡурайсыларҙы, йырсыларҙы, бейеүселәрҙе саҡыртып алып, һәр береһен йырлатып, ҡурайҙа уйнатып, бейеүселәрҙе бейетеп ҡаранылар. Әхмәҙулла ағай: ”Хоҙай ғүмер бирһен күп йылға”,- тип йырлағайны, әсәйем, ҡурҡып:” Алай ҙа ғына кеше күп булманы, юғиһә алып китеп барырҙар ине”, - тине. Ни тиһәң дә, халыҡтың ҡотон алып, ҡара ҡайғыларға килтергән фажиғәле 1937 йыл ине шул”,- тип һөйләгәйне атайым.
Ҡанһыҙ репрессия йылдарының шауҡымы бик оҙаҡҡа еткән, нисәмә йылдар үтһә лә, кешеләрҙең йөрәгендә ҡурҡыу, шом йәшәгән. “Бик ауыр, ҡурҡыныс замандарҙа йәшәнек, кешене бер таҡмаҡ йырлаған өсөн дә төрмәгә ултырттылар”, - тип хәтерләр ине ололар. “Ҡара урман” йырының онотола барыуы, һирәк йырланыуы, бәлки, шуға ла бәйлелер. Репрессия йылдарының касафаты тағы ла әллә күпме йырҙарыбыҙҙы халҡыбыҙҙың хәтеренән юйҙырғандыр әле.
Йәштәребеҙгә халыҡ йырҙарын башҡарыуға ла иғтибар итергә кәрәктер. Моңһоҙ, еңел – елпе, мәғәнәләре һай ғына йырҙар күбәйеп бара. Хәҙерге заманда төпкөл генә ауылдарҙа ла балалар тик русса ғына һөйләшә бит. Йәштәребеҙ ата – бабаларыбыҙҙан ҡалған аманатты, халҡыбыҙҙың моңло йырҙарын, үҙҙәренән һуң килер быуынға түкмәй – сәсмәй генә тапшыра алырҙармы икән, тип хафаланып ҡуям. Туған телендә һөйләшмәгән бала үҙ халҡының йырҙарын йырлауы икеле . Тел менән бергә халҡыбыҙ йырҙарына, моңдарына юғалыу ҡурҡынысы янай бит.
Шәһүрә Әхмәҙиева
Учалы районы, Ҡәйепҡол ауылы
Ватандаш. Март, 2022 йыл.
Ссылка на источник


Сайт не являеет официальным сайтом вКонтакте
Политика обработки персональных данных
Время выполнения скрипта: 1.0405230522156 сек.